+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
26 Апрель 2025, 17:25

Ғафуриҙар башҡорт теленән диктант яҙҙы

26 апрелдә донъяның төрлө мөйөштәрендә, төрлө май26 апрелдә донъяның төрлө мөйөштәрендә, төрлө майҙансыҡтарҙа "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" халыҡ-ара белем биреү акцияһы уҙҙы.

Ғафуриҙар башҡорт теленән диктант яҙҙыҒафуриҙар башҡорт теленән диктант яҙҙы
Ғафуриҙар башҡорт теленән диктант яҙҙы

Башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһына районыбыҙ халҡы ла әүҙем ҡушылды. Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә лә диктант яҙыу майҙансығы ойошторолдо. Телебеҙҙе яратыусы, уны ихтирам итеүсе, белеүсе һәр ҡатнашыусы өсөн  был көн матур байрам булды. Диктант тексын белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илһам Шәйәхмәтов уҡыны. Мәктәп директоры Марат Басиров "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" акцияһына ҡушылып, диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 
Ғафуриҙар башҡорт теленән диктант яҙҙы
Ғафуриҙар башҡорт теленән диктант яҙҙы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас