

Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә беҙҙең райондан да өс тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашҡан, хәҙер күптәре беҙҙең арала юҡ инде, уларҙың тол ҡатындары ғүмер итә.
Радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө уңайынан Чернобыль АЭС-ында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашып, сәләмәтлеген юғалтҡан һәм 1998 йылда гүр эйәһе булған чернобылсе Ғәни Ғәлим улы Ғәйнетдиновтың тол ҡатыны Ғәлимә Ҡадир ҡыҙын редакцияға саҡырып, яҡындан танышыу һәм һөйләшеү форсаты тейҙе.
Чернобылсе Ғәни Ғәйнетдинов 1986 йылдың 12 октябренән 1988 йылға тиклем Киев өлкәһендә Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү эшендә ҡатнашҡан.
Толпар ауылында күмәк – 8 балалы Ғәйнетдиновтар ғаиләһендә иң өлкәне булып тыуып-үҫеп, туғандарына хәстәрлек күрһәтеп йәшәй. Имәндәш мәктәбендә уҡып, өлгөргәнлек аттестаты алғас, Стәрлетамаҡтағы һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәренә эйә була. 1971-1973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1977 йылда Коммунистар партияһы сафына ҡабул ителә. 1978 йылда Красноусолдан мәктәпкә балалар уҡытырға ебәрелгән Ғәлимә Ҡадир ҡыҙына өйләнә. бер йылдан улдары Руслан тыуып, атай-әсәй булалар. 1984 йылда Рәфис улдары донъяға килә. Бар ғүмерен МСО-лағы эшкә бағышлай, яратып һайлаған һөнәре буйынса тракторсы, экскаваторсы булып эшләй. Башта тыуған ауылында, артабан 1982 йылда Красноусолға күскәс, МСО-ла хеҙмәт юлын дауам итә һәм был ойошма тарҡалғас, Себер тарафтарында эшләй. Чернобылгә йәлеп ителгәндә тап ошонда эшләп йөрөгән сағы була. Ғәни Ғәлим улын район хәрби комиссариатына саҡыртып алалар һәм Ырымбур өлкәһенең Тоцк-4 хәрби лагерына оҙаталар. Ни өсөн унда оҙатыуҙарын хатта ғаиләһе лә белмәй ҡала. Бында иһә ике аҙна химик һаҡланыу саралары һәм башҡалар буйынса күнекмәләр үткәс, РФ Оборона министрлығы бойороғо буйынса Чернобыль атом станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителә. 1987 йылда “Чернобыль АЭС-ында һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы” билдәһенә лайыҡ була. Чернобылдән һуң, һигеҙ йыл Себерҙә экскаваторсы булып эшләй.
Ғаилә башлығын һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү эшенә йүнәлткәндә улдарының өлкәне - 7, кесеһе 2 йәштә генә була. Өлкәне өс балаға атай булған, тик йәшләй мәрхүм, кесеһе дүрт бала атаһы. Ғәлимә Ғәйнетдинова сельпола бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. 2016 йылда чернобылсенең тол ҡатыны булараҡ, уға “Чернобыль АЭС-ындағы аварияға 30 йыл” юбилей миҙалы тапшырыла.
- Ғәни бик егәрле, оҫта ҡуллы, хәстәрлекле ине. Ҡыҫҡа ғүмере эсендә ике йорт һалды, икенсеһендә үҙе йәшәй ҙә алманы, 45 кенә йәшендә гүр эйәһе булды. Эшендә лә һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә, бик яҡшы эшсе булды, етәкселек (Басиров, Кандалов) уны хөрмәт итеп торҙо, - ти Ғәлимә апай, тормош иптәше тураһында матур хәтирәләре йомғағын һүтеп.
Йылдағыса, быйыл да 26 апрелдә чернобылселәр һәм тол ҡатындары радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында йыйылып, бер-береһе менән аралашып, тормош иптәштәрен, яҡындарын иҫкә алырҙар, һәйкәлгә сәскәләр һалырҙар һәм рухи көс-дәрт алып ҡайтырҙар.