+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
26 Апрель 2025, 05:10

Илебеҙҙең данлы үткәне

Ошо көндәрҙә район мәҙәниәт һарайында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған район мәҙәниәт учреждениеларының “Еңеү салюты” фестивале үтте.

Илебеҙҙең данлы үткәнеИлебеҙҙең данлы үткәне
Илебеҙҙең данлы үткәне

Районыбыҙҙың ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында “1418 көн һәм төн оҙонлоғондағы юл” тип аталған сара йәштәрҙең тарихи хәтерен һаҡлау һәм патриотик тәрбиә биреү эшендә тағы ла бер мөһим ваҡиға булды.
- Беҙ үҙ алдыбыҙға концерт ойоштороу ғына түгел, ә һуғыш тураһында йәнле хикәйә булдырыу бурысын ҡуйҙыҡ, - тип был сараның нескәлектәре менән уртаҡлашты район мәҙәниәт һарайының мәҙәни-ял эшмәкәрлеге буйынса методисы Елена Рябова. - Һәр сығышыбыҙ илебеҙ тарихындағы йырҙар, шиғырҙар һәм яҡташтарыбыҙ яҙмыштары менән тулы үҙенсәлекле бер бит булды.
Бер ай дауамында ауыл клубтарында һәм мәҙәниәт йорттарында Бөйөк Ватан һуғышының төп алыштарына арналған театрлаштырылған өҙөктәр әҙерләнде. Унда Мәскәү өсөн алышты - Родина, Архангел, Табын, Аҡкүл, Антоновка; Ленинград блокадаһын - Ташлы, Ҡурғашлы, Ташбүкән, Толпар, Мәндем; Сталинград алышын - Еҙем-Ҡаран, Ибраһим, Бурлы, Ерек, Яугилде, Үзбәк; Курск дуғаһындағы алышты - Сәйетбаба, Имәндәш, Ҡарағай, Ҡаранйылға; Белорус, Берлин операцияларын Юлыҡ, Ҡауарҙы, Һабай, Яңғыҙҡайын, Мораҡ, Үтәк, Игенйылға, Туғай ауыл клубтары һәм мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре күрһәтте.
Сара башланыр алдынан мәҙәниәт һарайы фойеһында ике күргәҙмә эшләне. Уларҙың береһе - фотоһүрәттәр, ауыл клубтары, райондың эҙәрмәндәр отрядтары йыйған фронт ҡомартҡылары булһа, ә икенсеһе Ғафури тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы фонды экспозициялары менән “Хәтер сумаҙаны” ретро-күргәҙмәһе ине. “Еңеүҙең тере һүҙе” акцияһында ҡатнашыусылар фронт хаттарын уҡып ишеттерҙе.
Был көндө сәхнәнән һуғыш йылдарының тәрән мәғәнәле йырҙары һәм патриотик шиғырҙары яңғырап, улар халҡыбыҙҙың йәнле таҡмаҡтары һәм ҡыҙыҡлы күренештәре менән аралашып барҙы. Был сығыштар, ауыр һуғыш йылдарында ла халҡыбыҙҙың шаярыу-көлөү өсөн үҙендә көс тапҡанын күрһәтеп тора.
Беренсе булып сәхнәгә казак халыҡ хоры менән Табын мәҙәниәт йорто коллективы сыҡты. Һуғыш йылдарындағы казак йырын рухлы итеп Шамил Антигаев башҡарҙы.
Ҡайһы бер коллективтар үҙ сығыштарында төрлө йәштәге йәш ҡатнашыусыларҙы ла йәлеп иткән. Юлыҡ мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Айназ Хәсәнов һуғыш тураһында ысын күңелдән, шул тиклем йәнле, асыҡ итеп шиғыр һөйләп ишеттерҙе. Ул шиғыр һөйләгәндә күп тамашасыларҙың күҙҙәрендә хатта йәштәр хасил булды.
Фестиваль солист Радмир Ғиззәтуллиндың “Еңеү көнө” йырын башҡарыуы һәм бөтә ҡатнашыусыларҙың йыйылма хоры менән тамамланды.
Финалда бөтә коллективтар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы символикаһы менән дипломдар, плакаттар, миҙалдар менән бүләкләнде, ә ҡатнашыусылар өсөн төп награда - илебеҙҙең данлы үткәне тураһында хәтерҙе һаҡлауға ҡатнашлыҡ тойғоһо булғандыр.
- Фестиваль тамамланды, әммә хәтер эстафетаһы да-
уам итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды сара аҙағында Елена Рябова. - Йырҙарҙа, хикәйәләрҙә, ғаилә риүәйәттәрендә геройҙарыбыҙҙың батырлығы мәңге йәшәйәсәк!

Илебеҙҙең данлы үткәне
Илебеҙҙең данлы үткәне
Илебеҙҙең данлы үткәне
Илебеҙҙең данлы үткәне
Илебеҙҙең данлы үткәне
Илебеҙҙең данлы үткәне
Илебеҙҙең данлы үткәне
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас