+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
26 Апрель 2025, 05:00

“Рәсәй – ул беҙ!”

15 апрелдә район мәҙәниәт һарайының тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Залды тултырып килгән халыҡ мәҙәни усаҡ артистарының һәм һәүәҫкәрҙәрҙең бай йөкмәткеле Хәйриә концертын тамаша ҡылды.

“Рәсәй – ул беҙ!”“Рәсәй – ул беҙ!”
“Рәсәй – ул беҙ!”

Кисәнең маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғәрәсәтле һуғыш яланында булған ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү. Өлкәндәрҙең, шулай уҡ балаларҙың, хеҙмәт коллективтарының ситтә ҡалмауы ҡыуаныслы. Ра-
йон халҡы был сараға махсус хәрби операцияла Ватаныбыҙҙы яҡлаған яҡташтарыбыҙға ярҙамға үҙ өлөшөн индерергә килде.
Кисәлә тамашасыларҙы “Айгүзәл” халыҡ бейеү ансамбле, “Быҙыбыт”, “Эксклюзив” өлгөлө хореография коллективтары төрлө бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. “Землячки” ветерандар халыҡ хоры, үҙәк ра-
йон дауаханаһының ветеран медицина хеҙмәткәрҙәренең “Усолочка”, мәҙәниәт һарайының ҡатын-ҡыҙҙарҙың “Хазина” вокал ансамблдәре, ирҙәр (Фәрүәз Урманшин, Фәнзил Ғәлин, Хызыр Нәзиров) һәм ҡатын-ҡыҙҙар триоһы (Гөлфирә Әлмөхәмәтова, Гөлдәр Әбелғужина, Рәүилә Йәнтүрина) йырҙар башҡарҙы, мәҙәниәт һарайы тынлы оркестры һәм уның оҙатыуында Мгер Аванесяндың, Үтәк ауылының Аскар Ғөбәйҙуллин исемендәге ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбленең, Анжелла Рәхмәтуллина, Симаның сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Бай йөкмәткеле концерт Рәзимә Хәкимова башҡарыуында “Алға, Рәсәй!” йыры менән тамамланды. Тамашасылар йырҙы аяғүрә баҫып, бергә ҡушылып йырлап тыңланы.
- Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙҙың ихтыяждары өсөн аҡса йыйыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индергәнегеҙ өсөн барығыҙға ла оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләһе осрашыуҙарға тиклем! – тигән теләктә хушлашты кисәне алып барыусылар Альбина Ишкина менән Фәнзил Ғәлин.

“Рәсәй – ул беҙ!”
“Рәсәй – ул беҙ!”
“Рәсәй – ул беҙ!”
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас