

Ғафуриҙа бейеү сәнғәтенә иғтибар һуңғы йылдарҙа бермә-бер юғары. Бына тигән көслө хореографтарыбыҙ бер-береһе менән кәңәшләшеп-бергәләшеп, хатта үҙ-ара сәмләшеп эшләйҙәр, улар етәкләгән коллективтарҙың, айы-рым бейеүселәрҙең уңыштары, төрлө мәртәбәле бәйгеләрҙә еңеү яулауҙары хаҡында ишетеп-күреп торабыҙ. Улар – районда үткән һәр сараның, байрамдарҙың сағыу биҙәге. Ләкин үҙенең бай традициялары булған “Айгүзәл” халыҡ бейеү ансамбле барыһы араһында үҙенең олпатлығы, ҡабатланмаҫ йөҙө менән айырылып тора.
Бейеү ансамблен башлап 1970 йылда йәш хореограф Альфира Әмирова ойоштора, райондың юбилейы айҡанлы үткән концертта тәүләп сығыш яһайҙар һәм тиҙ арала танылыу яулайҙар. Артабан төрлө йылдарҙа ансамблгә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Алик Шәмситов, Гөлназ Ғайсарова етәкселек итә.
Ансамблдең яңы һулыш менән эшләп китеү осоро уҙған быуаттың 80-се йылдарында республикала “Тальян гармун” байрамдары гөрләп уҙғарылған саҡҡа тура килә. Алик Шәмситовтың эшсе йәштәрҙән туплаған коллективының сығышы һайлап алыу смотрында жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ булып ҡына ҡалмай, мәҙәниәт министрлығы белгестәре Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙинды ансамблгә репетитор-ҡуйыусы итеп эшкә ебәрә. 1985-89 йылдарҙа Йәүҙәт Зәйнулла улы тарафынан Бөйөк Ватан һуғышы темаһына ҡуйылған “Ҡыр ҡаҙҙары”, урындағы фольклорға нигеҙләнгән “Быҙыбыт уйындары”, “Еҙем буйы йәштәре”, “Ҡапҡа урлау”, “Табын казактары” күмәк бейеүҙәре, солистар өсөн һалған “Сонайым”, “Талпар тыпырҙығы” һәм башҡа сағыу бейеүҙәр тиҙ арала тамашасыларҙың да, белгестәрҙең дә күңеленә үтеп инә. 1986 йылда ансамбль “Тальян гармун” республика фестиваленең I дәрәжә Дипломына лайыҡ була.
1988 йылдан етәксе булып Гөлназ Рәис ҡыҙы Ғайсарова килгәс, ансамблдең башҡарыу оҫталығы тағы ла күтәрелә, ҡатнашыусылар һаны арта, репертуарға төрлө милләт бейеүҙәре өҫтәлә, коллектив районда, республикала һәм унан ситкә гастролдәргә сыға, республика конкурстарында ҡатнаша. 1999 йылда, элек ошо ансамблдә бейегән Эльвира Хөснөтдинова, махсус белем алып, коллективҡа етәксе булып ҡайта. Бер нисә йыллыҡ өҙөклөктө иҫәпләмәгәндә (ул декрет ялына киткәндә Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова эшләп тора), әлегәсә ошо эште дауам итә. Төрлө осорҙа Рәис Низаметдинов, Азамат Кәримов кеүек республиканың танылған хореографтарын саҡырып, оҫталыҡ дәрестәре алғандар.
Әлеге ваҡытта “Айгүзәл” ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына тора. Улар асылда районыбыҙҙың төрлө ойошмаларында эшләүселәр, эшҡыуарҙар. Тормошта үҙ урындарын тапҡан, эшләп йөрөгән, әсәй булған был гүзәл заттарҙы бында нимә йәлеп итә икән? Иң беренсе – бейеүгә булған һөйөүҙер, сөнки ҡатнашыусыларҙың барыһы ла мәктәп йылдарынан уҡ үҙешмәкәрлек түңәрәктәренә йөрөгән, бейеү күнекмәләре алған. Арала юғары кимәлдә әҙерлеклеләре лә бар. Әле ансамблдә 22-нән 53 йәшкә тиклемге 15 ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Төп эштәренән, ғаилә мәшәҡәттәренән һуң буш ваҡыт табып, үҙ һәләттәрен асыу-сы, райондаштарын зауыҡлы сығыштары менән рухландырыу-сы был ханымдарға һоҡланмау мөмкин түгел. Йыш ҡына улар сәхнә костюмдары әҙерләү, башҡа сығымдар өсөн үҙҙәре үк бағыусы була.
Быйыл март айында “Айгүзәл”дәр тәүләп үҙҙәренең сольный концертын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Репертуарҙағы 11 бейеүҙән тыш кесе төркөм – 5-7 йәшлектәр бер бейеү башҡарҙы. Концертта хәтирәләргә, ҡотлауҙарға, илле биш йыллыҡ тарихты байҡауға ла урын табылды, ансамблдең элекке етәкселәренә, әүҙем ағзаларына һүҙ бирелде – ихлас, дуҫтарса бер осрашыу булды ул. Әйткәндәй, концертҡа бер бейеүселәренең яҡындары – “Восход-СТ” хужалығы етәкселеге тос ҡына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән.
“Халыҡ коллективы” исемен йөрөткән ансамблдең кесе йәш төркөмдәре лә бар, йыл һайын яңы төркөмгә балалар ҡабул ителә, өлкәндәр араһынан да бейергә теләүселәргә шат ҡыналар. Ансамбль һәр өс йыл һайын “Халыҡ” исемен яҡлап, раҫлап тора, киләһе шундай һынау 2026 йылда көтөлә. Барлыҡ бейеүҙәрҙе лә етәксе Эльвира Хөснөтдинова ҡуя. Төрлө милләт бейеүҙәре, сюжетлы сығыштар менән бер рәттән классикаға әйләнгән әҫәрҙәр: Ф.Ғәскәров ансамбле башҡарыуында танылған “Ете ҡыҙ”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Мираҫ” ансамбле репертуарынан “Оҫта ҡулдар” бейеүҙәре тәүге башҡарыусыларҙыҡынан һис ҡайтыш түгел. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап “Таңдар бында тыныс ата” (шул исемле фильм буйынса), МХО темаһына “Әсә доғаһы”, йәнә бер кинофильм буйынса “Ҡыҙҙар”, халыҡ-ара хәлдәргә теләктәшлек йөҙөнән “Елпеүестәр менән” ҡытай бейеүе һуңғы ваҡытта районда үткән сараларҙың биҙәге булып торҙо.
Ансамбль етәкселегенең киләсәккә пландары ҙур: “Байыҡ-2026” телевизион бәйгеһендә ҡатнашырға заявка биргәндәр. Киләсәктә ир-егеттәрҙе йыйып, парлы бейеүҙәрҙе тергеҙергә лә уйлашалар.
...Һәр кем үҙ тормошон үҙенсә ҡора. “Эш – йорт”, “йорт - ихата” тирәһендә генә лә үтә ғүмер, яман ғәҙәттәргә, буш хәбәргә әүрәп тә. Бөгөн һүҙ барған гүзәл заттар кеүек, ғүмерҙең һәр миҙгелен шөғөллө, зауыҡлы үткәреү, ижадың менән башҡаларға илһам биреү барыбер ҙә һоҡландыра. Уларҙың һәләтенә асылырға ярҙам иткән, юл ярған Эльвира Рәшит ҡыҙы Хөснөтдиноваға барлыҡ тамашасыларҙың рәхмәтен еткерге һәм байрамдары – Халыҡ-ара бейеү көнө менән был илаһи сәнғәткә ҡағылышы булған барыһын да ҡотлағы килә.