+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Апрель 2025, 04:05

“Алло! “112”-ме?”

Районыбыҙҙа 2011 йылдан район хакимиәте башланғысы менән булдырылып, уның ҡанаты аҫтында эшмәкәрлек алып барған Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте (ЕДДС) эшләп килә.

“Алло! “112”-ме?”“Алло! “112”-ме?”
“Алло! “112”-ме?”

Ул 74-се янғын часы бинаһының икенсе ҡатында урынлашҡан. Көн һайын был хеҙмәттең Светлана Отмахова етәкселегендәге 8 кешенән торған оператив дежурныйҙары һәм уларҙың ярҙамсылары район кешеләренән телефон аша тәүлек әйләнәһенә шылтыратыуҙар ҡабул итә. Тормошта төрлө кисектергеһеҙ хәлдәр булырға мөмкин. Ундай саҡта беҙ ғәҙәттә телефондан “01”, “02”, “03”, “04” һандарын йыя инек, хәҙер был хеҙмәттәрҙең барыһы өсөн дә уртаҡ булған ашығыс “112” һанына шылтыратырға мөмкин.
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй. Һәм ниндәй генә ғәҙәттән тыш, кисектергеһеҙ ауыр хәл була йәки янғын сыға ҡалһа, һис кисекмәҫтән был мәғлүмәтте тейешле органдарға тапшыралар. Хеҙмәткә ҙур масштаблы хәл-ваҡиғалар (Граждандар оборонаһынан, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм башҡаларҙан) менән бер рәттән көндәлек тормоштағы ваҡ факттар (көндәлек һауа торошо, юл-транспорт ваҡиғалары, һыу йәки ут булмауы һәм башҡалар) хаҡында сигналдар ҙа килә. Ҡабул ителгән шылтыратыуҙарҙың барыһы ла айырым кенәгәгә теркәлә бара. Оператив дежурный кабинетында стенаға урынлаштырылған видеосервер мониторҙарынан район үҙәгендәге теге йәки был урындарҙағы камералар аша тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү алып барыла.
Оператив дежурныйҙарҙан Александр Коробов был хеҙмәттә иң ҙур стажлыһы, 11 йыл эшләй, Сергей Тюрин, Татьяна Ефремова, Татьяна Отмахова яңы эш башлаған хеҙмәткәрҙәр. Ярҙамсылары - Лариса Әсәҙуллина, Азат менән Азамат Килмөхәмәтовтар, Ирина Савченко.
Ҡайһы саҡ ялған шылтыратыуҙар ҙа булыуын билдәләп, “112”-гә кисектергеһеҙ хәлдәрҙә генә шылтыратыу теләген еткерә хеҙмәт етәкселеге.

“Алло! “112”-ме?”
“Алло! “112”-ме?”
“Алло! “112”-ме?”
“Алло! “112”-ме?”
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас