

- Гагарин урамында өр-яңы ике этажлы янғын-ҡотҡарыу бинаһында эшмәкәрлегебеҙҙе башлауыбыҙға бер йыл үтеп тә китте. Урынлашҡан урыны, урау юлға яҡын булыуы бик тә уңайлы. Красноусол ауылының тирә-яғы ус төбөндәгеләй күренеп тора. Барлыҡ норматив талаптарға ярашлы заманса итеп төҙөлгән бина янғын-техник ҡорамалдар, әйберҙәр, запас частар келәттәре, личный составтың кейенеп-сисенеү бүлмәһе, янғын һүндереү кейемдәре өсөн, ут һүндереү еңсәләрен йыуыу, ремонтлау, кейемдәрҙе киптереү бүлмәләренең барыһы ла айырым, душ бүлмәһе лә бар. Ял итеү, уҡыу кластары, туҡланыу бүлмәһе лә барлыҡ мебель, кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылды. Биләмәлә төрлө спорт ҡорамалдары менән спорт майҙансығы ла урын алды. Гаражда урын алған 4 “Урал” (1998, 2004, 2009 йылда алынды) янғын һүндереү автомашиналарының 3-һендә 5,5-6 тонна һыйҙырышлы автоцистерналар, береһендә 9-сы ҡатҡа күтәрерлек көскә эйә 30 метрлы автобаҫҡыс урынлашҡан, уға 2015 йылда эйә булдыҡ.
Беҙҙең 74-се янғын-ҡотҡарыу часы 31 кешене берләштерә, штат барлыҡ белгестәр менән тулыланды, начальник урынбаҫары вакансияһы ғына асыҡ ҡала. Райондың ауыл биләмәләрендә урындағы ирекле янғын һағы командалары тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт вахтаһында тора. Ҡағиҙә булараҡ, улар район үҙәгенән төп көс килеп еткәнсе уттың көсәйеүенә ирек бирмәйҙәр.
Ауыл биләмәләренең барыһында ла янғын һүндереү техникаһы бар, республиканан бүленгән тағылмалы һыу һауыттарынан (улар – бишәү) алып өр-яңы “УАЗ” базаһында мобиль янғын һүндереү комплекстарына (МПК-0,8) тиклем янғын һүндереү машиналары даими әҙерлектә тора. Әйткәндәй, бындай машиналарҙы 10 ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса алыуға өлгәште.
Район биләмәһендә янғындар менән бәйле хәлгә килгәндә, йыл башынан ике янғын осрағы теркәлде. әммә кеше үлеме менән бәйле булыуы аяныслы, Ҡотлоғужа ауылында йорт янып, ут эсендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө. (2023 йылда 81 янғын осрағы булып, дүрт кеше, 2024 йылда 49 янғын осрағында бер кеше һәләк булған).
Район халҡының иғтибарын шуға йәлеп итергә теләйем, районда һәм бөтөн республика биләмәһендә 18 апрелдән янғынға ҡаршы айырыуса режим иғлан ителде. Был осорҙа үҙ участкаңда, шулай уҡ уның янында йыйылған сүп-сарҙы һәм үләнде, шулай уҡ урманда яндырыу тыйыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, янғынға ҡаршы айырыуса режим шарттарында күҙәтеү хеҙмәттәре вәкилдәре тарафынан иҫкәртеү түгел, ҡаты саралар күрелә, йәғни административ протоколдар төҙөлөп, улар нигеҙендә, ҡағиҙә булараҡ, штрафтар (граждандарға 10 мең һумдан алып) һалына.
Коллективҡа килгәндә, 74-се янғын-ҡотҡарыу часының личный составы үҙ бурыстарын бер төптән, мөһим хеҙмәткә үҙ өлөшөн тейешенсә индереп башҡара. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан бер нисәүһен телгә алып китәйек, ҡарауыл начальниктары: тәжрибәле һәм ҙур стажға эйә булған хеҙмәткәрҙәрҙән 26 йыл был хеҙмәттә эшләүсе Дмитрий Васильевич Фёдоровты, йәштәрҙән Олег Владимирович Вязовцевты, Никита Сергеевич Федосеевты, Евгений Николаевич Опаринды, водителдәр: ағалы-энеле Илмир (7 йыл эшләй) менән Марат (хеҙмәт стажы – 22 йыл) Әмир улдары Ғәйфуллиндарҙы билдәләргә кәрәк. Диспетчерҙар: апалы-һеңлеле Евгения Александровна Журавлёва (15 йыл хеҙмәт стажына эйә) менән Галина Александровна Калабугина (11 йыл), Алла Ивановна Шинкоренко (биш йылдан ашыу эшләй), Валерия Владимировна Моченёва (хеҙмәт стажы - 11 йыл, әлеге мәлдә декрет ялында). Янғын һүндереүселәр династияларынан Саранцевтар династияһын дауам итеүсе Сергей Михайловичтың хеҙмәт стажы - 26 йыл.
Һөнәри байрамыбыҙҙа хөрмәтле хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы ла телгә алырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сафтары һирәгәйә бара, улар 11 ине, 9-ға ҡалдылар. Людмила Фёдоровна Панкратьева менән Роман Михайлович Саранцев мәрхүм булды.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, ауыл биләмәләрендәге ирекле янғын һағы дружиналарын, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы Янғын һағы көнө менән ҡотлайым. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, янғындарға ҡаршы көрәш, кешеләрҙе янғындан һаҡлау эшендә уңыштар, ҡаһарманлыҡ, уяулыҡ һәм фиҙаҡәрлек талап иткән хеҙмәтегеҙҙә именлек, янғындар менән хәл тотороҡло булыуын теләйем.
Әңгәмәгә тиклем Вадим Владимирович беҙ, хәбәрселәр өсөн янғын һүндереү депоһы буйлап экскурсия ойошторғайны. Ысынлап та, бина эсендә иркен, ишектән килеп инеүгә диспетчерҙар кабинеты, келәттәр зоналары, икенсе ҡатта төрлө кабинеттар һәм башҡалар күп. Дүрт машина һыйҙырышлы ҙур гаражда бар уңайлыҡтар булдырылған. Мәҫәлән, машиналарҙан сыҡҡан газдарҙы алып ташлау өсөн торбалар рәүешендәге һуҙылған система комплекттары, бетон иҙәндә һыуҙы ағыҙыу өсөн каналдар ҡуйылған. Тимәк, техниканы гаражда уҡ тоҡандырырға һәм йыуырға мөмкин. Ағынты һыу фильтрға эләгә, унда зарарлы яғыулыҡ ҡушылмаларынан таҙартыла. Шулай уҡ йылылыҡ шаршауҙарын ҡуйыу системаһы бар, ул ҡышҡы ваҡытта, гараж ҡапҡалары асыҡ булған саҡта, һыуыҡҡа үтеп инергә мөмкинлек бирмәй. Депола, мәҫәлән, янғын һүндереү еңсәләрен хеҙмәтләндереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Хатта улар өсөн дә (махсус ҡорамалдарҙа йыуғандан һуң) ике ҡат бейеклектә айырым киптереү ҡоролмаһын үҙ эсенә алған бүлмә бар. Әлбиттә, быға тиклем иҫке бинала быларҙың береһе лә булмаған, ә хәҙер бар, һәм улар үҙ бурыстарын күпкә һөҙөмтәлерәк үтәй ала. Күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм “112” - Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте лә (ЕДДС) бында, һуңғыһының инеү урыны айырым, икенсе ҡатта урынлашҡан.