+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
13 Май 2025, 14:25

Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса мөһим бурыстар билдәләнде

Уларҙы II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында  республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте.

Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса мөһим бурыстар билдәләндеБашҡортостанда башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса мөһим бурыстар билдәләнде
Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса мөһим бурыстар билдәләнде

13 майҙа Өфөлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә ойошторолған II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезының пленар ултырышы үтте. Сара “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙҙы. Ҡатнашыусылар полилингваль белем биреүҙе үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен һәм дәүләт тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың төп аспекттарын тикшерҙе. Съезд эшендә закондар сығарыу власы вәкилдәре, мәғариф учреждениелары етәкселәре, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Татарстан, Сыуашстан, Удмуртия, Ханты-Манси автономиялы округынан, шулай уҡ Ырымбур, Ҡурған, Һамар һәм Силәбе өлкәләренән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Пленар ултырыш алдынан Башҡортостан Башлығы Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфө районында тормошҡа ашырылған белем биреү проекттарының презентациялары менән танышты. Атап әйткәндә, ул яңы уҡыу йылына асылырға тейешле заманса мәктәптәр төҙөлгән объекттарҙа булды. Мәҫәлән, 2025 йылдың 1 сентябрендә Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендә Волга буйы федераль округында 2200 урынлыҡ иң ҙур мәктәп эшләй башлаясаҡ. Уның структураһында уҡыу кластары, спорт һәм тамаша залдары, кино һәм театр студиялары, нәшриәт үҙәге, робототехника кластары һәм интерактив компьютер 3d-кабинеты ҡаралған. Мәктәптең спорт үҙәгенә баскетбол майҙансыҡтары, мини-футбол өсөн майҙансыҡтар, теннис корты, йүгереү юлдары һәм тренажер комплекстары инә.

Баш ҡаланың Глумилино биҫтәһендә яңы уҡыу йылына 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла. Нефтекамала 2025 йылдың сентябренә тиклем 1225 урынлыҡ 18-се мәктәп төҙөлөшө тамамланасаҡ, унда тәбиғәт фәндәре һәм технологик йүнәлештәге предметтарҙы тәрән өйрәнеү планлаштырыла. Артабан мәктәп Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусының геном үҙәге, Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Бөрө фармакология колледжының Нефтекама филиалы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәсәк. 2026 йылда Стәрлетамаҡтың Яр буйы биҫтәһендә 1050 урынлыҡ 1-се “Гамма” белем биреү үҙәген төҙөүҙе тамамлау планлаштырыла. Өсөнсө кластан бында программалау һәм робототехника нигеҙҙәре өйрәнеләсәк, ә бишенсе кластан – физика һәм химия.

Пленар ултырыш барышында Башҡортостан Башлығы дәүләт тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың төп йүнәлештәрен тәҡдим итте. Алты йыл элек беренсе съезда балаларҙың туған теле булһын өсөн башҡорт теленең йәнлелеген, ҡыҙыҡһыныуын һәм асыҡлығын тәьмин итеү буйынса саралар тикшерелде, тип билдәләне ул. Бөгөн, Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, һайланған юлдың дөрөҫ булыуын билдәләргә мөмкин. Башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү өсөн ныҡлы нигеҙ булдырылған. Республиканың мәғариф системаһы полилингваль һәм полимәҙәни белем биреүгә йүнәлтелгән. Башҡортостанда туғыҙ полилингваль гимназия эшләй. Яҡын арала Әбйәлил районында мәктәпкәсә бүлексәһе менән йәнә бер башҡорт мәктәбе асыласаҡ. Был белем биреү учреждениелары туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн яңы үҫеш нөктәләре булып тора.

Башҡортостан Башлығы башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән социаль проекттарға ла иғтибар итте. Башҡорт теленән йыл һайын Үткәрелеүсе халыҡ-ара диктант 400 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерә. Башҡорт теле көнө телдәр менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн әһәмиәтле байрамға әүерелде. Башҡорт теле рәсми форумдарҙа һәм кәңәшмәләрҙә әүҙем ҡулланыла, был уның үҫеше өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Талантлы белгестәр тырышлығы менән башҡорт телен өйрәнеү процесын ябайлаштырыусы яңы методикалар һәм мобиль ҡушымталар барлыҡҡа килде. Айгиз Ҡунафин башҡорт телендә һөйләшкән «Һомай» исемле тәүге аҡыллы колонкаһын тәҡдим итте. Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимы Искәндәр шакиров башҡорт телен Google Translate аша миллионлаған ҡулланыусы өсөн асыҡ итте. Гөлназ Йосопова етәкселегендә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд уңышлы эшләй, ул балалар һәм уҡыусылар өсөн мобиль ҡушымталар һәм уҡытыу материалдары әҙерләгән.

Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы активистарына һәм республика мәктәптәре уҡытыусыларына традицион мәҙәни-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға һәм башҡорт телен популярлаштырыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Йомғаҡлауҙа Башҡортостан Башлығы тел сәйәсәте өлкәһендәге өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләне. Атап әйткәндә, һүҙ тәрбиә һәм белем биреү процесына, шул иҫәптән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына яңы алымдар индереү хаҡында бара. Балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү сағыу, мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле булырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Ул Мәғариф һәм фән министрлығына, Мәғарифты үҫтереү институтына һәм профилле ведомстволарға тейешле саралар әҙерләргә һәм тормошҡа ашырырға ҡушты.

Пленар ултырыш барышында съезд депутаттарынан бик күп тәҡдимдәр булды. Уларҙың барыһы ла республика етәкселеге тарафынан иғтибарға алынды. Пленар ултырыш аҙағында Башҡортостан Башлығы съезд делегаттарына һөҙөмтәле фекер алышыуҙары өсөн рәхмәт әйтте һәм педагогтарҙы башҡорт телен популярлаштырыу һәм һаҡлау буйынса емешле эштәре өсөн бүләкләне. II Бөтә Рәсәй Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы эшендә район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов етәкселегендәге Ғафури районы делегацияһы ла ҡатнашты.

Айҙар Айрат улы Рафиҡов - Ғафури районы мәғариф бүлеге начальнигы;

Альбина Булат ҡыҙы Басирова – мәғариф бүлегенең туған телдәр уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе, Гөлсөм Мөбәрәк  ҡыҙы Монасипова – Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры; Сажидә Хәбир ҡыҙы Йәнмырҙина – Табын  урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Дилә Ҡыяметдин ҡыҙы Абдуллина – Красноусолдағы 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова – Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы МОНАСИПОВА, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры:

-Миңә икенсе тапҡыр ошондай  мәртәбәле сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе.

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы юғары кимәлдә үтте. Уны үткәрер,   ойошторор өсөн күпме көс һалынғанын тоҫмалларға була.

Был ҡорҙа мәшһүр “Урал батыр” эпосы илем, телем, моңом, тип янғандарҙы берләштереүсе булып торҙо - туғыҙ тематик майҙансыҡ эпостан алынған исемдәр менән билдәләнгән ине: “Аҡбуҙат”, “Гөлөстан”, “Һомай”, “Иҙел”, “Самрау”, “Урал батыр”, “Шүлгән”, “Аҫылташ”, “Йәншишмә”. Миңә “Аҫылташ” майҙансығында  ике телдә һәм күп телдәрҙә белем биреүҙе тормошҡа ашырыу, туған телдә сифатлы белем алыу өсөн шарттар булдырыу проблемалары тураһында милли һәм полилингваль мәктәптәр етәкселәре һәм педагогтары, ата-әсәләр йәмәғәтселеге, фән вәкилдәре менән фекер алышыу мөмкинселегенән ҡәнәғәтлек алдым. Ғафури  районының башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға яҙмышын бәйләгән бер төркөм уҡытыусылар менән бер делегация булып, тәжрибә туплап, аралашып, ҡыуанып йөрөп ҡайттыҡ.

Бөгөнгө көндә беҙгә балалар тәрбиәләүҙең “Урал батыр” эпосы тәғлимәтенән, халыҡ педагогикаһынан тыш булыуы мөмкин түгел икәнен төшөндөрөп йәшәүсе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның хеҙмәтен юғары баһалауҙарына бик шатландыҡ, ғорурландыҡ.

Ҡор барышында республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың телмәрендә башҡорт телен үҫтереүҙә күп көс һалған  мәғариф ветерандарын хөрмәтләп телгә алыуын бөтә зал менән алҡышланыҡ. Шулай уҡ июнь айында “Урал батыр” эпосына арналған көн буласағына ла  ҙур ҡыуаныс кисерҙек. Бәлки был көн ил, артабан донъя кимәлендә байрам ителер, сөнки беҙҙең эпосыбыҙ планетар масштабтағы күренеш.

Ғаиләлә башҡорт телендә аралашыу булмаһа, уны балалар баҡсаларына, мәктәптәргә тапшырыу ҡуйыу ҙа дөрөҫ түгел. Шуға ла туған телебеҙҙең йәшәйеше өсөн йәмғиәтебеҙҙә атҡараһы ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашыраһы ла ашыраһы әле.

Һәр бер ҡор - үткәнгә һығымта яһау, киләсәккә пландар ҡуйыу яғынан бик файҙалы. Съездан артабан эшләргә дәрт алып ҡайтыу - ҙур мәртәбә, уны коллективҡа, ата-әсәләр йәмәғәтселегенә еткереү ҡулдан килгән эш.

Башҡорт телебеҙ йәшәһен, беҙҙең быуын заманы телебеҙҙең нығыныуын һынландырған ваҡыт булып тарихҡа инеп ҡалһын.

 

Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса мөһим бурыстар билдәләнде
Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса мөһим бурыстар билдәләнде
Башҡортостанда башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса мөһим бурыстар билдәләнде
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас