

13 майҙа, Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезға йыйылды.
Йыйында ҡатнашыусылар төшкә тиклем тематик майҙансыҡтарҙа эшләне. Улар төрлө урындарҙа – 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө вуз-ара кампусында, Ә.-З. Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһында, БР Милли музейында, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторолдо. Был майҙансыҡтарҙа башҡорт телен заман талаптарына ярашлы уҡытыу, уны балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек һәм тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар уҙҙы.
1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһындағы майҙансыҡ “Аҫылташ” тип аталды. Ул ике телдә һәм күп телдәрҙә белем биреү мәсьәләләренә арналды.
Майҙансыҡтың эшен БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Филология белеме һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты директоры Хәлидә Ғәлимова һәм Сибай ҡалаһындағы Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Фәтҡуллина асып, съезд делегаттарына уңыштар теләне. Шулай уҡ Дәүләт дөйөм белем биреү сәйәсәте һәм мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Сергей Васин йыйында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп: “Был съезд башҡорт телен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы тағы ла юғарыраҡ баҫҡыстарға күтәрһен”, – тигән теләген еткерҙе.
Сарала Удмурт, Хакас республикаларында туған телдәрҙе уҡытыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. Мәҫәлән, Удмурт Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы урынбаҫары Александра Игнатьева үҙ сығышында профилле этнопедагогия кластары булдырыу, мәктәп театрҙары һәм музейҙары эшмәкәрлеге нигеҙендә телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү тураһында һөйләне.
– Беҙҙең республикала туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарыла. Мәғариф өлкәһенә килгәндә, иң тәү сиратта, тел уҡытыу өсөн шарттар булдырыу эшенә иғтибарҙы арттырҙыҡ, ошоға ярашлы туған тел кабинеттарын капиталь ремонтлау эшен башланыҡ. Былтыр, мәҫәлән, биш муниципалитеттағы 10 уҡыу бүлмәһе өр-яңы төҫ алды, – тип һөйләне Александра Сергеевна.
Ул шулай уҡ мәктәп театрҙарының телгә һөйөү тәрбиәләүҙәге роленә баҫым яһаны. Мәҫәлән, бөгөн Удмурт Республикаһы мәктәптәрендә 526 театр эшләп килә. Улар балаларҙа туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, аралашыу даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә.
Ғалимәләр, фән докторҙары Лена Сөләймәнова, Динара Хисамова, Рәйсә Дәүләтбаеваның сығыштарында ла фәһемле фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны.
ФЕКЕР
Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы МОНАСИПОВА, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры:
– Миңә икенсе тапҡыр ошондай мәртәбәле сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе. II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы юғары кимәлдә үтте. Уны үткәрер, ойошторор өсөн күпме көс һалынғанын тоҫмалларға була.
Был ҡорҙа мәшһүр "Урал батыр " эпосы илем, телем, моңом, тип янғандарҙы берләштереүсе булып торҙо - туғыҙ тематик майҙансыҡ эпостан алынған исемдәр менән билдәләнгән ине: "Аҡбуҙат", "Гөлөстан", "Һомай", "Иҙел", "Самрау", "Урал батыр", "Шүлгән", "Аҫылташ", "Йәншишмә".
Мин "Аҫылташ" майҙансығында ике телдә һәм күп телдәрҙә белем биреүҙе тормошҡа ашырыу, туған телдә сифатлы белем алыу өсөн шарттар булдырыу проблемалары тураһында милли һәм полилингваль мәктәптәр етәкселәре һәм педагогтары, ата-әсәләр йәмәғәтселеге, фән вәкилдәре менән фекер алышыу мөмкинселегенән ҡәнәғәтлек алдым. Ғафури районының башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға яҙмышын бәйләгән бер төркөм уҡытыусылар менән бер делегация булып, тәжрибә туплап, аралашып, ҡыуанып йөрөп ҡайттыҡ.
Бөгөнгө көндә беҙгә балалар тәрбиәләүҙең Урал батыр тәғлимәтенән, халыҡ педагогикаһынан тыш булыуы мөмкин түгел икәнен төшөндөрөп йәшәүсе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның хеҙмәтен юғары баһалауҙарына бик шатландыҡ, ғорурландыҡ.
Ҡор барышында республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың телмәрендә башҡорт телен үҫтереүҙә күп көс һалған мәғариф ветерандарын хөрмәтләп телгә алыуын бөтә зал менән алҡышланыҡ. Шулай уҡ июнь айында Урал батыр эпосына арналған көн буласағына ла ҙур ҡыуаныс кисерҙек. Бәлки был көн ил, артабан донъя кимәлендә байрам ителер, сөнки беҙҙең эпосыбыҙ планетар масштабтағы күренеш. Ғаиләлә башҡорт телендә аралашыу булмаһа, уны балалар баҡсаларына, мәктәптәргә тапшырып ҡуйыу ҙа дөрөҫ түгел. Шуға ла туған телебеҙҙең йәшәйеше өсөн йәмғиәтебеҙҙә атҡараһы ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашыраһы ла ашыраһы әле.
Һәр бер ҡор - үткәнгә һығымта яһау, киләсәккә пландар ҡуйыу яғынан бик файҙалы. Съездан артабан эшләргә дәрт алып ҡайтыу - ҙур мәртәбә, уны коллективҡа, ата-әсәләр йәмәғәтселегенә еткереү ҡулдан килгән эш.
Башҡорт телебеҙ йәшәһен, беҙҙең быуын заманы телебеҙҙең нығыныуын һынландырған ваҡыт булып тарихҡа инеп ҡалһын.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.