+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
15 Май 2025, 07:39

Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк һәм терәк...

Буруновка ауыл биләмәһенә ҡараған Бажыҡ ауылында йәшәйештәре менән өлгө булып йәшәүсе ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе Венера менән Әхмәт Абдуллиндар ғаиләһе. Улар быйыл ғаилә юбилейҙарының 55 йыллығын - зөбәржәт туйҙарын ҡаршылаясаҡ, 25 апрелдә ғаилә башлығы Әхмәт Марат улы 75 йәшен билдәләне.

Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк һәм терәк...Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк һәм терәк...
Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк һәм терәк...

2019 йылдан башланғыс алып, матур йолаға әүерелгән элекке мәғариф бүлеге етәкселәренең оло ихтирамға лайыҡ коллегаларын - мәғариф хеҙмәткәрҙәрен юбилейҙары менән ҡотлауҙар дауам итеп, тап ошо көндө юбилярҙы өйөнә килеп тәбрикләнеләр. Олпат ғүмер байрамын билдәләүсе Әхмәт Марат улы тормош иптәше Венера Хәбибулла ҡыҙы менән күркәм, ҡунаҡсыл йорттарында Мансур Хөснийәров, Ғәлинур Ҡалмырҙин, мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Альберт Насиров, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының элекке директоры Дәриғәт Рәхимовты һәм мәҡәлә авторы, “Табын” гәзите хәбәрсеһен ихлас ҡаршы алды. Мәғариф өлкәһендә күп көс һалған юбилярҙың шатлығының сиге юҡ ине, йомарт, ҡунаҡсыл хужабикә, аш-һыу оҫтаһы Венера апай әҙерләгән байрам табыны артында ҡунаҡ дуҫтары менән ихлас аралашты, бергә эшләгән йылдарҙы барланылар. Ә унда иҫләр иҫтәлектәр, хәтирәләр, сағыу ваҡиғалар, ҡыҙыҡлы хәлдәр бик күп ине.
Әхмәт Марат улы сығышы менән Учалы районының Наурыз ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ пединститутының физика-математика факультетына уҡырға инә. Алты айлыҡ педпрактиканы беҙҙең районда, Имәндәш мәктәбендә үтә. Бажыҡ ауылына төркөмдәш дуҫ егете Риф менән ҡунаҡҡа килгәндә ғүмерлек тормош юлдашын осрата - күрше ҡыҙы Венера менән таныша һәм бер-береһе өсөн йән атҡан ике йәш йөрәк оҙаҡ та үтмәй, ҡауышалар. 1970 йылда гөрләтеп туй үткәреп, Абдуллиндар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Бер йылдан мөхәббәт емештәре – улдары Айрат донъяға килә. 1972 йылда юғары белемгә эйә булған дипломлы йәш белгес ғаиләһе менән йәнтөйәге - Учалыға юлланып, тәүге хеҙмәт юлын Уральск мәктәбендә башлай. Дүрт йыл эшләгәс, ҡәйнәһе яңғыҙ булыу сәбәпле, Бажыҡҡа килеп төпләнәләр. Йәш, көс-ҡеүәте ташып торған мөғәллим Буруновка мәктәбенә эшкә килеп, балаларға физика-математиканан белем серҙәрен аса, директор урынбаҫары ла була. Бер аҙ эшләгәс, мәктәп директоры хаҡлы ялға китә һәм кеше менән уртаҡ тел табып эшләүсе, төплө аҡыллы, талапсан педагогты директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Үҙенең тырышлығы менән алдынғылар иҫәбенән төшөрмәй ике тиҫтә йылдан ашыу Буруновка мәктәбе директоры йөгөн тартҡан Әхмәт Марат улы колхозда парторг булып эшләп ала. Хатта колхозда уңыш йыйыу мәлендә комбайн штурвалы артына ултырырға ла тура килә уға. 2004 йылда Буруновка ауыл хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнә һәм 18 йыл эшләй, дөйөм 50 йылға яҡын хеҙмәт стажы менән 2023 йылда хаҡлы ялға туҡтай. Район мәғарифы тарихында матур эҙ һалған, исеме ҙур хәрефтәр менән яҙылған абруйлы мәғариф ветеранының тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәтенең һөҙөмтәләре лә баһаланмай ҡалмай – бихисап Маҡтау грамоталарына, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була. “БР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелеүе уның үҙ эшенең оҫтаһы – киң ҡарашлы педагог, талантлы ойош-
тороусы, яуаплы етәксе булыуын дәлилләй.
Өлгөлө, һәр кемде һоҡландырырлыҡ ғаилә булып йәшәп, береһенән-береһе уңған, аҡыллы 6 балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы бынамын тигән итеп тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Уларҙы һүҙ менән түгел, ә үҙҙәре өлгөһөндә изгелексән, ярҙамсыл, намыҫлы һәм ғәҙел итеп тәрбиә орлоҡтары сәскәндәр. Һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡан. Улдары Айрат Лира килендәре һәм ейәнсәрҙәре Азалия Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, Азамат улдары менән килендәре Резеда Бажыҡта төпләнгән, уларҙың ҡыҙҙары Зарина тормошҡа сығып, кейәүҙәре менән Эмиль исемле ул үҫтерә, олатай-өләсәһен бүләр һөйөү бәхетен кисерткән, ҡыҙҙары Алһыу кейәүҙәре Сергей һәм ейәнсәр-ейәндәре Наталья, Вадим, Әлиә ҡыҙҙары Сергей кейәүҙәре менән, иң кеселәре – игеҙәктәр Әлфинә (әлегә тормошта түгел) менән Айҙар исемле улдың атаһы Азат та үҙ тормоштары менән, барыһы ла Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр. Абдуллиндарҙың ғаиләһе ауылда иң ижади ғаиләләрҙең береһе була, ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәйҙәр. Әхмәт ағай оҫта гармунсы булһа, Венера апай бик моңло йырлай, оҙон башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ сәхнәләрҙән төшмәй, улдары Айрат та атаһы кеүек гармунда һыҙҙыра. Абдуллиндар шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрағандар, хәҙер ҡаҙҙар үҫтерәләр.
Мәғариф һәм хеҙмәт ветераны Әхмәт Марат улы үҙен онотмайынса юбилейы менән ҡотларға килеүселәргә ихтирам һәм иғтибар күрһәтеп, ҙурлауҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. “Табын” гәзитенә лә: гәзит сығып, тиражы артып, яңылыҡтар килеп торһон, тигән теләктәрен әйтте. Тыуған көнө уңайынан Әхмәт ағай гармунын ҡулына алып дәртләнеп көйҙәр уйнаны, халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫтаһы Венера апай уға ҡушылып, йыр йырлап ишеттерҙе. Күмәкләп фотоға төшкәс, шатлығы йөҙөнә сыҡҡан Әхмәт Марат улы осрашып, күрешеп торорға яҙһын, Хоҙай һаулыҡлы ғүмерҙән айырмаһын тигән теләктә, дуҫтарын 80 йәшенә саҡырып хушлашты. Киләсәктә күп юбилейҙарҙы һәм 60 йыллыҡ гәүһәр туйығыҙҙы ла бергәләшеп ҡаршы алып, бәхеткә төрөнөп, ныҡлы һаулыҡта, тиңлектә-тигеҙлектә, яҡындарығыҙ араһында шатлыҡтар, ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.

Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк һәм терәк...
Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк һәм терәк...
Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк һәм терәк...
Берегеҙ өсөн берегеҙ кәрәк һәм терәк...
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас