+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
15 Май 2025, 09:21

Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!

7 майҙа Красноусолдағы Мәжит Ғафури майҙанындағы Билдәһеҙ һалдат һәйкәле алдында “Еңеү утын һаҡлайбыҙ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә митинг уҙғарылып, районыбыҙҙа ла тәбиғи газ менән эшләгән тәүге Мәңгелек ут тоҡандырылды.

Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!
Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!

Был сарала район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһының генераль директоры Рәмил Бәҙретдинов, Салауат ҡалаһындағы "Газпром газ бүлеү Өфө" асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы директоры Сергей Маркелов, Ғафури газ хеҙмәте начальнигы Рөстәм Ғөбәйҙуллин, “Батыр” эҙәрмәндәр отряды, мәктәп уҡыусылары, предприятие-ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.
“Еңеү утын һаҡлайбыҙ” акцияһын “Газпром” Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса үткәрә. Быйыл Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә бөтәһе 130-ҙан ашыу мемориал селтәрле тәбиғи газға тоташтырыласаҡ. Шуның 80-е 9 май - Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ҡабыҙылған.
Быға тиклем Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһындағы Билдәһеҙ һалдат һәйкәле алдындағы мемориал ваҡытлыса баллонлы газ менән эшләй ине. Уны даими газ яғыулығына күсереү өсөн “Газпром газ бүлеү Өфө” хеҙмәткәрҙәре “Струб а” ЯСЙ-е (етәксеһе И.А.Акшенцев) менән берлектә 70 метр газ үткәргес һалып, газ ҡабыҙғыс ҡоролма ҡуйғандар.
- Быуаттар буйына Еңеү утын һаҡлау, Ватаныбыҙҙы һаҡлаған ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алыу, балаларыбыҙҙа, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙә Ватанға һөйөү тәрбиәләү изге бурысыбыҙ. Хәҙер беҙҙең Аллея яңыса күренәсәк. Бындай мөмкинлек өсөн илебеҙ Президенты, республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ихлас рәхмәтлебеҙ. Барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайым, - тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы һәм бер төркөм эҙәрмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға миҙалдар, Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
"Газпром газ бүлеү Өфө" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат ҡалаһындағы филиалы директоры Сергей Евгеньевич та Еңеү байрамы айҡанлы изге теләктәрен еткерҙе.
Махсус эстафета капсулаларын тантаналы шарттарҙа Ғафури районында комплекслы-эксплуатация хеҙмәтенең персональ хеҙмәтләндереү операторы Ольга Денисова, комплекслы-эксплуатация хеҙмәте мастеры Фәүәрис Вәлиәхмәтов, комплекслы-эксплуатация хеҙмәте водителе Рөстәм Ғәлиев район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәҙретдинов, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы, “Батыр” эҙәрмәндәр отряды ағзаһы Алһыу Аҫылбәковаға тапшырғас, факелдарҙан Мәңгелек ут тоҡандырылды. Һуңынан яуҙа ҡатнашҡан барлыҡ батырҙар хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителеп, һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Мәңгелек ут айырыуса әһәмиәткә эйә. Ул хәтер һәм ихтирам, Еңеү символы булып мәңге янасаҡ!

Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!
Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!
Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!
Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!
Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!
Еңеү символы булып ян, Мәңгелек ут!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас