

Ҙур спортҡа юлын Тетан туғыҙ йәшендә, ата-әсәһе уны ирекле көрәш секцияһына алып барғас башлай. Башта дәрестәр ҙур шатлыҡ килтермәй, малай волейбол һәм баскетбол секцияларын өҫтөн күрә. Әммә яйлап ул техниканы һәм оҫталығын үҫтерә, тәүге наградаларға һәм танылыуға өлгәшә. Мәктәпте тамамлағас, Тетан Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында уҡыуын дауам итергә ҡарар итә. Бында ул ирекле көрәш буйынса йүнәлештең булмауын белә һәм милли көрәштә үҙ көсөн һынап ҡарай. Ә 2 йылдан һуң Тетан Никита Антропов етәкселегендәге көрәш клубында шөғөлләнә башлай. Тап уҡыу осоронда Тетан Ғафури районынан буласаҡ ҡатыны Юлиә менән һәм «Батыр» клубынан тренер Флорид Ғибәҙуллин менән таныша, Ул уны балаларҙы көрәшкә өйрәтергә саҡыра. Шулай итеп, Тетан Ғафури районына эләгә.
Тетандың хыялы-көрәш спорт залын асыу һәм йәштәрҙе өйрәтеү була. Һәм был хыял 2023 йылда тормошҡа аша. “Лион” академияһы ҡайныһы Страдымов Геннадий Михайлович ярҙамы менән асыла. Ә ярты йылдан һуң Тетан 25 йәшкә тиклемге йәш эшҡыуарҙарға бирелгән республика грантын ота: сумма 450 мең һум тәшкил итә, уны ул 150 мең һум күләмендә үҙ аҡсаһы менән тулыландыра. Был аҡса ул саҡта “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында урынлашҡан спорт залын киңәйтергә мөмкинлек бирә: майҙан 120 квадрат метрға тиклем арта, заманса көрәш келәмдәре, күнекмә маттары, боксер грушалары, профессиональ кейем һәм күнекмәләр өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ документация алып барыу өсөн ҡорамалдар барлыҡҡа килә. Бөгөн Тетан Ягодкин тренер һәм эшҡыуар ролен уңышлы берләштерә. Уның академияһында 170 квадрат метр майҙанлы яңы залда төрлө йәштәге йөҙгә яҡын бала шөғөлләнә. Даими күнекмәләр яҡшы һөҙөмтәләр бирә: уҡыусылар даими рәүештә төбәк һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге турнирҙарҙа еңә.
Тетан Ягодкин тәжрибәһе үҙенең хыялдарына ышаныуҙың һәм тәүәккәл эш итеүҙең ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә. Һине ғаилә, дуҫтар һәм йәмғиәт ярҙамы булһа, һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин. Сөнки иң мөһиме - алға хәрәкәт итә башлау, һәм шул саҡта еңеүҙәр мотлаҡ киләсәк!
"Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың һәм үҙмәшғүлдәрҙең үҫеше өсөн ярайһы уҡ киң инструменттар исемлеге бар – гранттар, субсидиялар, льготалы лизинг, микрозаймдар, консультация-мәғлүмәт һәм белем биреү хеҙмәттәре», – тип билдәләне Радий Хәбиров республиканың бизнес-берләшмәһе активы менән осрашыуҙа.
Республикабыҙҙа байтаҡ эшҡыуарҙар Дөйөм Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша, еңеү яулай һәм Башҡортостанға өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеп, үҙ эшен киңәйтеү өсөн финанслау ала. Былар барыһы ла уларҙың бизнесын үҫтереүгә генә түгел, ә яңы эш урындары булдырыуға һәм төбәктә йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә.
2024 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн 1 миллиард һум бүленгән, шуларҙың 445 миллиондан ашыуы «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Муниципаль берәмектәр республика бюджетынан 100 миллион һум һәм урындағы бюджеттарҙан 80,5 миллион һум алды. 485 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм 28 үҙмәшғүл граждандар субсидия алды. Төбәк учреждениелары 658 эшҡыуарға дөйөм суммаһы 3,2 миллиард һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтте.