

Проект билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Мәжит Ғафури һәм Ғәли Ибраһим исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Ғимраниҙың ижады менән таныштырыуҙы үҙ эсенә алған. Проект ярҙамында шағир-композиторҙың балаларға туған телен һәм мәҙәниәтен төплө өйрәнергә ярҙам итеүсе йырҙар, шиғырҙар, хикәйәләрҙән торған “Тыуған яғым – моңтөйәк” китабы нәшер ителгән. Грант ярҙамы менән баҫма продукция өсөн стеллаждар, төҫлө принтер, смарт-телевизор, уның өсөн кронштейн-терәү, видеопрезентация өсөн аудиосистема, микрофондар комплекты һатып алынған. Шулай уҡ проект нигеҙендә Рәмил Мөхәмәтхәй улы менән төрлө осрашыуҙар, әҙәби кисәләр үткәрелгән.
Апрелдә район мәҙәниәт һарайында Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Үзбәк мәктәбе уҡыусылары ҡатнашлығында “Шағир данлаған Атайсал" проектының уңышлы тамамланыуы уңайынан йомғаҡлау сараһы - талантлы яҡташыбыҙ, шағир-композитор Рәмил Ғимраниҙың китабының исем туйы үтте. Сәхнәне “Шиғри моң” тип исемләнгән күргәҙмә биҙәне. Кисә барышында уҡыусылар шағир-композитор Р.Ғимраниҙың үҙе һәм ижады менән яҡындан танышты, авторҙың, шулай уҡ проект сиктәрендә үткән конкурста ҡатнашыусы уҡыусыларҙың һәм уның талантын хөрмәт итеүсе район мәҙәниәт һарайы артистарының сығыштары айырыуса матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Рәмил Ғимрани фекерҙәре менән уртаҡлашты, үҙенең ижад емештәрен - шиғырҙарын уҡыны, йырҙар башҡарҙы.
Сара ҡунағы Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов Ғафури районында тыуып-үҫеп, үҙ районына һәм халҡына тоғро хеҙмәт иткән Рәмил Ғимраниҙы ҡоролтай исеменән тәбрикләп, ихлас теләктәрен еткерҙе. Кисәне алып барыусылар артабан һүҙҙе проект етәксеһе Вәсилә Әбделмәноваға бирҙе.
- Бөгөн беҙҙә “Шағир данлаған Атайсал” проектын тормошҡа ашырыуҙы тамамлауға арналған йомғаҡлау сараһы. Проект командаһына, Рәмил Мөхәмәтхәй улына берлектәге эше өсөн ҙур рәхмәт! Проект-ты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән проект партнёрҙарына рәхмәт белдерәбеҙ. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә шағир-композитор Рәмил Ғимраниҙың “Тыуған яғым – моңтөйәк” китабы (300 дана) донъя күрҙе. Проект сиктәрендә “Ижад ҡанаттарында”, “Тыуған яҡтың шиғри тауышы” әҙәби-музыкаль кисәләре, шағир-композитор менән ижади осрашыу, Рәмил Ғимраниҙың “Шиғри моң” шиғырҙарын һәм йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙғарылды. Конкурс һәләтле йәш йырсыларҙы районыбыҙҙың мәҙәни тормошона йәлеп итергә ярҙам итте. Киң аудиторияны шағир-композитор Рәмил Ғимрани ижады менән таныштырып, Ғафури районының мәҙәни байлығын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индерҙек, тип уйлайбыҙ - тине Вәсилә Вәйес ҡыҙы. Һәм проектта әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләп, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.
Фонд директоры Рәмзиә Хисаметдинова “Шағир данлаған Атайсал” проекты командаһын проекттың уңышлы тамамланыуы менән ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм проект партнёрҙарына, сараны уҙғарыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Илһамлы ижади осрашыуҙан һәр кем күңел ҡәнәғәтлеге алып таралышты.