

Сара Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндарын тыңлау менән башланды. Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы Азат Ҡотдос улының әсәһе Земфира Ғәлиулла ҡыҙына, тормош иптәше Айгөл Флүр ҡыҙына һәм хеҙмәттәше Демьянға бирелде. Артабан яугир иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.
Азат Ҡотдос улы 1995 йылда Туғай ауылында тыуған. Тыуған ауылында башланғыс, Яңғыҙҡайында урта белем ала. 2013 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһының 60-сы һөнәрселек училищеһына электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡырға инә. Шул уҡ йылдың көҙөнә Ҡораллы көстәр сафына алына. Хәрби хеҙмәттән һуң уҡыуын артабан дауам итә. Диплом алғас, Стәрлетамаҡта ҡала, унда уның хеҙмәт юлы башлана. Һуңыраҡ вахта ысулы менән эшләй, “Востокнефтезаводмонтаж” предприятиеһында иретеп йәбештереүсе булып намыҫлы эшләй. 2021 йылдың 17 июлендә Азат Айгөл Флүр ҡыҙы менән өйләнешәләр.
2022 йылдың 26 сентябрендә өлөшләтә мобилизация ваҡытында беренселәрҙән булып хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Башта Ҡазанға учениеға ебәрәләр, һуңынан Ростов өлкәһенә, Миллерово ҡалаһына күсерәләр. Мотоуҡсылар ротаһында уҡсы-снайпер була. йыл ярым хеҙмәт итеү осоронда ул ике тапҡыр яралана, дауалана, реабилитация үтә. Хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, ул һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән, яҡшы, тоғро иптәш була.
2024 йылдың 30 июнендә уның төркөмө сираттағы хәрби задание ала һәм төндә билдәләнгән позицияға сыға. 4 июлдә Азаттың хеҙмәттәштәре уның яҡындары менән бәйләнешкә сыға һәм 1 июлдә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булыуы тураһында ҡайғылы хәбәр еткерә... Күрһәткән батырлығы өсөн ул “Донбасты азат иткән өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, шулай уҡ үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Әсәһе Земфира Ғәлиулла ҡыҙы: “Улым күп яҡлы кеше - автомобилдәр менән мауыға, үҙ ҡулдары менән йорт төҙөргә хыяллана, гитарала уйнай, шиғырҙар яҙа, балыҡ тоторға ярата ине. Уның киләсәккә пландары ла күп булды, уларҙы тиҙерәк тормошҡа ашырырға тырышты. Ул бер ҡасан да кешеләрҙе үҙенекеләргә һәм сит кешеләргә бүлеп ҡараманы, бөтәһен дә бер төрлө яратты һәм хөрмәт итте”, - ти улы тураһында.
- Азат менән беҙ оҙаҡ та йәшәп өлгөрмәнек. 2022 йылдың 1 декабрендә ҡыҙыбыҙ Яҙгөл тыуҙы. Биш көндән һуң ғына Азат беҙҙең менән бәйләнешкә инеп, үҙенең атай булыуын белде. Был көн уның өсөн иң бәхетлеһе булғандыр. 26 ғинуарҙа 14 көнлөк отпускыға ҡайтты. Уның ҡыҙын нисек күтәреп йөрөүен, ҡояш кеүек балҡыуын күрһәгеҙ икән, - тип һағынып һөйләй ҡатыны Айгөл Флүр ҡыҙы.
Эйе, Азат ысын ил һаҡсыһы булып, беҙҙең яҡты киләсәк, тыныс тормош өсөн ғүмерен биргән. Уның тураһында иҫтәлек уны белгән, яратҡан һәм хөрмәт иткән һәр кемдең йөрәгендә мәңге һаҡланыр.