+28 °С
Болотло


Уларҙың ғаиләһе тураһында апрель айында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Фәхретдиновтар ғаиләһе “Бәйләнештә” селтәрендә “Ауылдың ҙур ғаиләһе” тигән төркөмдә ҡыҫҡа видеолар төшөрөп, күңелде күтәрерлек вайндар ҡуялар.
Сабый тауышы сыҡҡан йортҡа ҡот ҡуныр, бәрәкәт артыр, тигән боронғолар. Гөлдәр менән Илһамдың улдары ла иш янына ҡуш булып, ғаилә йылыһында, атай-әсәй ҡурсыуында тәүфиҡлы, ғүмерле, бәхетле, һау-сәләмәт булып үҫһен.