

Сығышы менән Ауырғазы районының Юлдаш ауылынан Фидаил Рафаил улы. 1984 йылдың 23 апрелендә Ҡораллы Көстәр сафына баҫып, Калининград өлкәһенең Озёрск хәрби частарының береһенә хеҙмәткә алына. Көнбайыш ил сиге округының сик буйы ғәскәрҙәре уҡытыу үҙәгендә алты ай хәрби әҙерлек үткәс, Ҡыҙыл Байраҡлы көнсығыш ил сиге округының Харгос заставаһында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1986 йылдың 19 майында Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайта. Хәрби юлды һайларға ҡарар итеп, 1989 йылда Өфөләге хәрби училищеның лётчик-вертолётсылар әҙерләү бүлегенә уҡырға инә һәм уңышлы тамамлай. 1993 йылдың октябрендә Төньяҡ-көнсығыш сик буйы округына, йәғни Камчаткаға хәрби хеҙмәткә йүнәлтәләр. “МИ-8” вертолётында ил сиге заставаларына, төрлө утрауҙарға осоп, ил сиге режимын, диңгеҙ биоресурстарын һаҡлай. Өлкән лётчик 2000 йылда капитан дәрәжәһендә хәрби юлын тамамлап, хаҡлы ялға сыға запастағы офицер. Хәҙер Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй.
Шәхси тормошона килгәндә, Фидаил Рафаил улы башта ғаиләһе менән Красноусолда йәшәһә, хәҙер иһә Заречный ауылында төпләнеп ғүмер итеүҙәренә 25 йыл. Эльвира Әхәт ҡыҙы менән ғаилә ҡорған. Өс ул һәм ике ҡыҙға атай булған. Пограничник 2-се дәрәжә “Сик буйы ғәскәрҙәре отличнигы”, “Сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллығы” юбилей миҙалына лайыҡ булған.
-Бөтөн ил һаҡсыларын, ветерандарҙы Ил сиге һаҡсылары көнө менән ҡотлайым. Һаулыҡ, именлек, тыныс күк йөҙө теләйем, - тигән теләктә ҡалды ул.