+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Май 2025, 06:22

“Тәмләп тә ҡарама!”

Май байрамдары алдынан район мәҙәниәт һарайында үҫеп килеүсе йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторолған “Хатта тәмләп тә ҡарама - 2025" мәктәптәр агитбригадалары смотр-конкурсы үтте. Балалар ижады үҙәге район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге, шулай уҡ мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторған был конкурс эскелеккә, тәмәке тартыуға ҡаршы һәм наркоманияны иҫкәртеү сараһы булып, балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы.

“Тәмләп тә ҡарама!”“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”

Сараны асып, Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Кинйәбаев был смотр-конкурстың сәләмәт тормошто пропагандалау, йәш быуынды һаулыҡҡа зыянлы булған насар ғәҙәттәрҙән аралау йәһәтенән бик әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уҡыусыларҙы тәмәке, наркотиктар, төрлө энергетиктар һәм спиртлы эсемлектәрҙе хатта тәмләп тә ҡарамаҫҡа, спорт менән дуҫ булырға, сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы. Смотрҙа ҡатнашыусы командаларға уңыштар теләне.
Уҡыусыларҙың сығыштарын райондың мәғариф, эске эштәр бүлектәре, Балалар ижады үҙәге белгестәре составындағы етди һәм абруйлы жюри баһаланы.
Смотр-конкурста биш команда – “Эколята” (Красноусолдағы 1-се урта мәктәп), “Твой выбор” (2-се урта мәктәп), “Пульс” (3-сө урта мәктәп),”Кәрәкле кешеләр”(КБГИ) һәм “Эрон”(Аҡкүл урта мәктәбе) командалары ҡатнашты.
Беренселәрҙән булып сәхнәгә үҙҙәрен “Еңеү вариҫтары”, донъяны матур һәм яҡты, сағыу итеүсе быуын итеп таныштырған “Кәрәкле кешеләр” командаһы сыҡты. “Кешеләр, туҡтағыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ғүмер бер генә бит. Беҙ, йәштәр, спорт, уҡыу, сәләмәтлек һәм дуҫлыҡты һайлайбыҙ, беҙгә ҡушылығыҙ”, тигән саҡырыу менән тамамланы улар үҙҙәренең сағыу сығышын.
“Эколята” командаһы сәләмәтлек серҙәрен, насар ғәҙәттәрҙең зыянын тамашасыларға әкиәт персонаждары аша төплө итеп аңлатып бирҙе.Тамаша аҙағында хатта Шүрәле менән Мәскәй әбей ҙә физик күнекмәләргә өҫтөнлөк биреп, шәхси гигиенаны һаҡлау сәләмәтлек нигеҙе булыуын “аңланы”. “Твой выбор” командаһы үҙ алдына кешелекте насар ғәҙәттәрҙән ҡотҡарыу бурысын ҡуйып, “тормош картаһы”нда ниндәй юлдан китеүе һәр кемдең үҙенә бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Эрон” (энергичные ребята особого назначения), йәғни махсус тәғәйенешле дәртле балалар тормошобоҙҙо төрлө тулҡынға көйләй торған радио менән сағыштырып, һәр кемдең йәшәү рәүеше ниндәй тулҡынға өҫтөнлөк биреүенә бәйле булыуына баҫым яһап, сәләмәтлек, спорт һәм яҡшы ғәҙәттәрҙе һайларға өндәне. Ә инде “Пульс” командаһы ағзалары таҡмаҡтар аша сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы.
Командаларҙың сығышы тамамланып, “Альянс” бейеү төркөмөндә шөғөлләнеүселәрҙең сағыу бейеүен ҡараған арала жюри ағзалары үҙ-ара кәңәшләшеп, смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһап та өлгөргәйне. Шулай итеп, “Пульс” һәм “Эколята” командаһы 3-сө, “Твой выбор”- 2-се, ә инде “Эрон” менән “Кәрәкле кешеләр” командаһы хаҡлы рәүештә 1-се урынға лайыҡ булды. Командаларға махсус грамота һәм татлы приз - торт тапшырылды. Саранан күренеүенсә, сәләмәт йәштәр - сәләмәт киләсәк икәнен балалар яҡшы аңлай. Әүҙем физик күнекмәләр, спорт, сәнғәт менән дуҫ улар. Һәм оло тормошта ла һынатмаҫтар, тип ышанайыҡ.
Мәрхәбә Собханғолова.

“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
“Тәмләп тә ҡарама!”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас