

Был сара "Афған һуғышы ветерандары: беҙҙең ғорурлыҡ һәм намыҫ!" проекты сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттар Фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылды. Шулай итеп, беҙ 2018 йылдан "Берҙәм Рәсәй" партияһы башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған "Герой партаһы" Бөтә Рәсәй патриотик мәғариф акцияһына ҡушылдыҡ. Проекттың маҡсаты – уҡыусыларҙа Ватан тарихына, илебеҙҙең героик үткәненә һәм бөгөнгөһөнә, хәрби хәрәкәттәр геройҙарына һәм фиҙаҡәр хеҙмәткә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, хеҙмәт ветерандары миҫалында ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу.
Батырҙар партаһында ултырыу хоҡуғы уҡыусыларға яҡшы билдәләре, гимназияның, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн сирек йомғаҡтары буйынса биреләсәк.
Сара Рәсәй Федерацияһы Гимны менән башланды. Геройҙар парталарын асыу тантанаһында почётлы ҡунаҡтар: РФ Геройы Фәрүәт Яҡуповтың һеңлеһе Фәрзәнә Абдулла ҡыҙы, РФ Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровна, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалының социаль координаторы Рәмзиә Хисаметдинова, район мәғариф бүлеге методисы Альбина Басирова, афған һуғышы ветерандары Ринат Рәхмәтуллин, Марс Хәйруллин, Юрий Целмс ҡатнашты.
Һәр геройҙың тарихы – Ватанға тоғролоҡ тарихы. Подполковник Андрей Мигунов Советтар Союзы Геройы С.Зорин исемендәге 67-се мотоуҡсылар дивизияһының танк батальоны командиры вазифаһында "Башҡортостан" полкы составында махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китә. 2023 йылдың 27 ноябрендә командир Мигунов ут менән ҡаплау буйынса хәрәкәттәрҙе оҫта етәкләй, дошмандың тере көсө һәм бронетехникаһы юҡ ителә. 28 ноябрҙә үҙ позицияларына ҡайтҡанда командирҙың БМП-һы дошман дрондары тарафынан утҡа тотола. Үҙ ғүмере хаҡына ул хәрби бурысты үтәй һәм ҡул аҫтындағы яугирҙарҙың һәләк булыуына юл ҡуймай.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2024 йылдың 30 ғинуарындағы указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн подполковник Андрей Павлович Мигуновҡа "Алтын Йондоҙ" миҙалы тапшырылып (үлгәндән һуң), Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә. Андрей Павлович шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы - Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә (үлгәндән һуң).
Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов 1993 йылдан Мәскәү өлкәһенең СОБР-ында өлкән оперуполномоченный вазифаһында хеҙмәт иткән. 1995 йылдың 31 ғинуарында эске ғәскәрҙәр һәм СОБР төркөмөнә Самашки ауы-лы (Чечен Республикаһы) ра-йонына барыу бурысы ҡуйыла. Баш дозорҙа хәрәкәт итеп, ауылға яҡынлашҡанда Фәрүәт Яҡупов засаданы күреп ҡала, ундағы боевиктар һаны федераль ғәскәрҙәр төркөмөнән күпкә артыҡ була. Үҙенекеләрҙе иҫкәртергә ваҡыт булмай һәм Яҡупов, үҙенә янаған үлем хәүефенә ҡарамайынса, алышҡа инергә ҡарар итә, рация аша "Град" залп уты ҡоролмаһының утын үҙенә ҡабул итә. Был һуғышта бөтәһе 15 дошмандың ут нөктәһе һәм 60-ҡа яҡын боевик юҡ ителә. Ҡыйыу офицер башына ауыр яра ала. Фәрүәт Абдулла улына "Алтын Йондоҙ" миҙалы менән Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 25 авгусындағы указы менән тере сағында бирелә. Ул шулай уҡ Батырлыҡ ордены, "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн", "Батырлыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә. Отставкалағы подполковник 2008 йылда ауырыуҙан вафат булды.
Тантаналы асҡандан һуң Герой партаһына беренсе булып ултырыу хоҡуғы уҡыу алдынғыларына, фәндәр буйынса муниципаль олимпиадалар призёрҙарына һәм еңеүселәренә, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыусылар: Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы призёры 11 “А” класс уҡыусыһы Динар Ғайсинға, 7 “А” класы уҡыусыһы Наҙгөл Зәйнетдиноваға, 8 “А” класы уҡыусыһы Руфина Степановаға, 6 “А” класы уҡыусыһы Кирилл Курбатовҡа бирелде. Парталар тарих кабинеттарында урынлашҡан.
Уҡыусылар Фәрзәнә Яҡупова менән Любовь Мигунованың сығыштарын тулҡынланып тыңланы. Сарала ҡатнашыусыларҙы Эльвира Мөлөкова сәләмләне, ул Андрей Павлович Мигунов менән Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповтың Ватанға һөйөү һәм тоғролоҡ рухында тәрбиәләнгән лайыҡлы офицерҙар булыуын билдәләне. Гимназия директоры Гөлсөм Монасипова "Герой партаһы"н асыу беҙҙең герой-яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген һаҡларға ғына түгел, ә неонацистарға ҡаршы еңеүебеҙгә тағы ла бер мөһим өлөш индерәсәк, сөнки беҙҙең геройҙарыбыҙ менән нисек ғорурланыуыбыҙҙы һәм уларҙың илебеҙҙең тыныс һәм ирекле киләсәге өсөн көрәшендә нисек ярҙам итеүебеҙҙе асыҡ күрһәтәсәк, тип билдәләне. "Афған һуғышы ветерандары: беҙҙең ғорурлыҡ һәм намыҫ!" проекты етәксеһе Гөлшат Шаймарҙанова проект тураһында һөйләне, Ғафури яугир-интернационалистары тураһындағы "Улар үҙ бурысын үтәне" электрон китабына һылтанма менән Парта Геройындағы QR кодты нисек ҡулланырға икәнен аңлатты. Гөлшат Миңлеғәли ҡыҙы Фәрзәнә Абдулла ҡыҙына һәм Любовь Александровнаға БР Башлығы гранттары фонды аҡсаһына баҫылған китапты бүләк итте.
Алһыу Ғәлимова һәм Алия Яхина "Встанем" йырын башҡарҙы. Ф.Яҡуповты һәм А.Мигуновты, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Геройҙарыбыҙҙың тормош юлы һәм батырлыҡтары беҙҙең өсөн әхлаҡ дәрестәре, ватансылыҡ һәм намыҫ дәресе булып торасаҡ. Һәр гимназистың Герой партаһы артында ултырыу бәхетенә эйә булырға тырышасағына шик юҡ. Ошондай ваҡиғалар, йолалар аша беҙ үҙ илебеҙҙең тарихын хөрмәт итергә өйрәтәбеҙ.
Гөлшат ШАЙМАРҘАНОВА,
проект етәксеһе.