+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Май 2025, 09:20

Мөнир Ҡунафин үҙенең пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә саҡыра

Ул III Халыҡ-ара «Китап-байрам» китап йәрминкәһенең төп сәхнәһендә ҡуйыла.

Мөнир Ҡунафин үҙенең пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә саҡыраМөнир Ҡунафин үҙенең пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә саҡыра
Мөнир Ҡунафин үҙенең пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә саҡыра

«Бер ғүмер етмәй икән...» спектаклендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башкортостан яугирҙарының батырлығы, ҡаһарманлығы һәм илһөйәрлеге сәхнәләштерелә. Спектаклдә Рәсәй Геройы Илдар Суфийәров, Батырлыҡ ордены кавалеры Фәнис Хөсәйенов һәм башҡа батырҙарҙың йыйылма образдары сағылдырыла.
“Бер ғүмер етмәй икән...” исемле пьесаның аҙағында Хакер исемле геройым: “Һуғыш - иҫ киткес оло фажиғә, оло ҡан ҡойош. Ләкин һуғыштан минең ҡулым ҡанға батып сыҡманы. Киреһенсә, мин таҙарындым, Аллаға яҡынайҙым”, - ти. Ысынлап та, был шулай микән? Спектаклде ҡарағыҙ,бәлки һеҙ ҙә тормоштоң асылын, ҡиммәттәрен тағы ла нығыраҡ төшөнөрһөгөҙ. Барығыҙҙы ла саҡырам!”, - тип белдерҙе Мөнир Сәхиулла улы.
Спектакль бөгөн 15:30 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ!

Мөнир Ҡунафин үҙенең пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә саҡыра
Мөнир Ҡунафин үҙенең пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклгә саҡыра
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас