+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
1 Июнь 2025, 10:25

Гостья «Китап-Байрама» из Дагестана рассказала, какие книги точно заинтересуют

 Видео өсөн Милли рецептар, Ғамзатовтың инглиз телендәге йыйынтығы һәм Пушкиндың ҡумыҡ телендәге әкиәттәре. Дағыстандан килгән ҡунаҡ Башҡортостан халҡын ниндәй китаптар ҡыҙыҡһындырыуы хаҡында һөйләне. 

Гостья «Китап-Байрама» из Дагестана рассказала, какие книги точно заинтересуютГостья «Китап-Байрама» из Дагестана рассказала, какие книги точно заинтересуют
Гостья «Китап-Байрама» из Дагестана рассказала, какие книги точно заинтересуют

 Өфөлә үткән III халыҡ-ара "Китап-Байрам"йәрминкәһендә илдең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡырғыҙстандан һәм Ирандан 98 нәшриәт үҙ баҫмаһын тәҡдим итә. Был ябай магазиндарҙа табылмаған китаптарҙы һатып алыу өсөн уникаль мөмкинлек. Видеоны аҙағына тиклем ҡараһағыҙ, унда беҙҙең Дағыстан нәшриәт йорто вәкиле Александр Сергеевич Пушкин әкиәттәрен ҡумыҡ телендә тәҡдим итәсәк. Фото менән бирер өсөн текст Пушкин ҡумыҡ телендә һәм башҡа уникаль китаптар тик "Китап-Байрам" йәрминкәһендә генә! III халыҡ-ара "Китап-Байрам"йәрминкәһенә илебеҙҙең бөтә мөйөштәренән килгән нәшриәттәр халыҡҡа һирәк осраған китаптарҙы атып алыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Мәҫәлән, «Дағыстан» нәшриәт йорто павильонында уҡыусылар халыҡтар мәҙәниәте, тарихы һәм традициялары менән таныштырыусы экземплярҙар, Дағыстан классиктары Ирчи Казак, Сөләймән Стальский һәм Рәсүл Ғамзатовтың әҫәрҙәре менән таныша ала. Уникаль китаптар ҙа табырға була, улар араһында Ғамзатовтың инглиз теленә тәржемә ителгән шиғырҙар йыйынтығы һәм хатта Пушкиндың әкиәттәре лә бар Нәшриәтебеҙ «Китап-Байрам» йәрминкәһендә өсөнсө тапҡыр ҡатнаша, — тип һөйләне уның вәкиле Альпият Гаджиева. - Былтыр Рәсүл Ғамзатовтың йөҙ йыллығына сығарған китаптарыбыҙ йәрминкәлә Гран-при һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус призына лайыҡ булды. Был төбәктә классиктарыбыҙҙы яратыуҙары һәм ҡәҙерләүҙәре ҡыуаныслы. Минеңсә, һәр кемдә Рәсүл Ғамзатовтың «Һайланма әҫәрҙәре» булырға тейеш. Шулай уҡ, беҙҙең милли аш-һыуы буйынса фотоальбомдар һәм китаптар килтерҙек, уларҙы халыҡ күпләп һатып ала. Әйткәндәй, Рәсүл Ғамзатов Мостай Кәримдең дуҫы була. Башҡорт классигының дуҫы тураһында хәтирәләрен туплаған китап «Дағыстан»мәғлүмәт агентлығы павильонында күрһәтелгән. Өфөлә үткән III халыҡ-ара "Китап-Байрам"йәрминкәһендә илдең бөтә төбәктәренән, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡырғыҙстандан һәм Ирандан 98 нәшриәт үҙ баҫмаһын тәҡдим итә. Был ябай магазиндарҙа табылмаған китаптарҙы һатып алыу өсөн уникаль мөмкинлек. Фотола йәрминкәһе ҡунағы һәм Пушкиндың ҡумыҡ телендәге әкиәте.

 

Гостья «Китап-Байрама» из Дагестана рассказала, какие книги точно заинтересуют
Гостья «Китап-Байрама» из Дагестана рассказала, какие книги точно заинтересуют
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас