

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов журналистар менән осрашыуҙа аңлатыуынса, бындай акция йәмәғәтселек иғтибарын балалар-водителдәр менән юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы проблемаһына йәлеп итеү өсөн кәрәк. Ошо маҡсатта киң мәғлүмәт саралары һәм интернет аша ата-әсәләргә мәғлүмәт еткереүҙе үҙ эсенә алған юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән мәғрифәтселек саралары үткәреләсәк.
Бәлиғ булмағандарҙың рулгә ултырыу осраҡтары артыуы күҙәтелә. Йыл башынан ғына уларҙың ғәйебе буйынса ете юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Әммә үҫмерҙәр мототранспорт һәм автомобиль менән идара итеүен дауам итә. Проект ағымдағы йылдың 31 октябренә тиклем дауам итәсәк.
Тормошҡа ашырылған проект үҙ һөҙөмтәләрен граждандарыбыҙҙың, бигерәк тә балаларҙың йөҙләгән һаҡлап ҡалынған ғүмере рәүешендә килтерер, тип ышанам, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство етәксеһе.