+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
2 Июнь 2025, 07:20

”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән

1 июндә Өфө ҡалаһында "Башҡортостан" дәүләт концерт залында  “Байыҡ-2025” республика телевизион конкурсының Гала-концерты үтеп, районыбыҙ бейеүселәре йәнә яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән
”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән

Республиканың иң яҡшы башҡорт бейеү коллективтары ҡатнашлығында уҙған бәйгелә "Быҙыбыт" өлгөлө хореография ансамбле (етәксеһе – Илшат Хәбибуллин) 11-15 йәштәрҙәге парлы бейеүҙәр номинацияһында “Табын ырыуы мираҫы” бейеүе менән сығыш яһап, 1-се урынды яулаһа, шулай уҡ “Төлкәҫ” өлгөлө халыҡ балалар бейеү ансамбле ҡыҙҙары (етәксеһе – Айгөл Буранова) 13-14 йәштәрҙәге парһыҙ бейеүҙәр номинацияһында “Гөлкәй” бейеүе менән 1-се урынға лайыҡ булған. Бәләкәй солистка Айлина Хәбибуллина үҙенең номинацияһында “Иртәнге сәскә” бейеүе менән 3-сө урын алыуға ирешкән.

Бейеүселәрҙе һәм уларҙың етәкселәрен еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Ҙур тырышлыҡ һөҙөмтәһе һәм юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәткесе булған был уңыш яңы үрҙәргә һәм үҫешкә лә илһам бирһен. Тағы ла илһамланып, яңынан-яңы йөкмәткеле, эстәлекле бейеүҙәр өйрәнергә яҙһын, йәшәһен башҡорт бейеүе, халҡыбыҙ бейеүен данлаған “Байыҡ” тип теләп ҡалабыҙ.

”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән
”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән
”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән
”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән
”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән
”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән
”Байыҡ”тан еңеүҙәр менән
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас