+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
5 Июнь 2025, 04:00

Мөбәрәк байрам менән!

Бына көтөп алған Ҡорбан байрамы ла килеп етте. Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.в бер хәҙисендә былай тип әйткән: “Ҡорбан ғәйете көнөндә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһындағы иң яҡшы ғәмәл – ҡорбан салыу. Был хайуан Ҡиәмәт көнөндә үҙенең мөгөҙ-тояҡтары һәм тиреһе менән (үтәлгән ғибәҙәттең шаһиты булараҡ) киләсәк. Ҡорбандың ҡан тамсылары ергә төшөп өлгөрмәҫ борон уҡ Раббыбыҙ ҡаршыһында оло урын алыр. Шуға ла йәндәрегеҙ тыныс булһын. Ҡөрьәндә: “Фәссалли лираббикә үәнхәр” - “Раббың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал”, - тиелгән бит (“Әл-Кәүҫәр” сүрәһе, 2-се аят). Әйткәндәй, “ҡорбан” һүҙе яҡын булыу тигәнде аңлата. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә яҡынайырға ынтылыу.

Ҡорбан салыуҙың тарихы бик тәрәндә ята. Мәғлүм булы-уынса, был ғәмәлде иң беренсе Әҙәм пәйғәмбәрҙең ғ.в.с. улдары Ҡәбил менән Һәбил үтәй. Һәбил эште бар күңелен биреп башҡара, шуға ҡорбаны ҡабул ителә. Ихласлығы булмаған Ҡәбилдеке иһә киреһенсә килеп сыға. Был турала Ҡөрьәндәге “Әл-Маиҙә” сүрәһендә бәйән ителгән.
Артабан ҡорбан салыу йолаһын Ибраһим пәйғәмбәрҙең ғ.в.с. тарихында ла күрәбеҙ. “Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, ул баламды ҡорбан итермен”, - тип нәҙер әйтә пәйғәмбәр. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғәлә Ибраһимдың ғ.в.с. төшө аша өс мәртәбә нәҙерен иҫкә төшөрә. Пәйғәмбәр ғ.в.с. улын ҡорбан итеү өсөн әле халыҡ хаж ҡылған Минаға алып бара. “Эй, улым, - ти, - мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен”. Исмәғил атаһына ҡаршы килмәй, Аллаһтың бойороғон үтә, ти. Ләкин уны ҡорбан итеп салам тигәндә бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһе ебәрә. Ошо мал ҡорбан итеп салына. Ҡөрьәндә былай әйтелгән: “Һәм Беҙ уны (Исмәғилде) оло ҡорбан менән алыштырҙыҡ” (“Әс-Саффат” сүрәһе, 107-се аят).
Йола нисек үтәлә?
Ҡорбан салыу ғәйет намаҙынан һуң башлана. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин. Һуйыласаҡ малдың нисәлер көн алдан әҙерләп йәки һатып алып ҡуйылыуы яҡшы.
Ҡорбан итеп һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә малдарын һайларға була. Йәшенә килгәндә, оло мал (һыйыр йәки дөйә) ике йәштән үтергә тейеш. Ваҡ малдың иһә (һарыҡ йәки кәзәнең) бер йәштән дә кәм булмауы шарт, әммә, көр һәм һимеҙ икән, йәше тулмағанды ла ҡорбанға килтерергә мөмкин. Салынасаҡ малдың тәненә лә иғтибар итергә кәрәк: ул сатан, һуҡыр, ныҡ сирле һәм ябыҡ булмаһын.
Бер һарыҡты (кәзәне) бер кеше йәки уның ғаиләһе исеменән генә салырға мөмкин. Һыйыр малын иһә ете кеше (ете ғаилә) исеменән һуйырға ярай, әммә был осраҡта ошо етәүҙең барыһының да ниәте Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан килтереү булырға тейеш. Әгәр береһе генә булһа ла иттән үҙенә өлөш алыу өсөн иҫәпкә керһә, ҡалғандарының да ҡорбаны ҡабул ителмәйәсәк.
Үҙ ҡорбаныңды үҙең салыу хуплана. Малды, башын ҡиблаға ҡаратып, ергә һул яғы менән һалалар. Боғаҙларҙан алда: “Бисмилләһ! Аллаһу әкбәр!” – тип әйтергә кәрәк. Ошо доғаны ла өҫтәргә мөмкин: “Аллаһүммә, һәҙә минкә үә ләк” (Мәғәнәһе: “Йә, Аллаһ, был – һинән һәм һиңә”).
Мал, салынғас, һәйбәт итеп һуйыла. Ите тигеҙ итеп өскә бүленә: бер өлөшөн салдырыусы үҙенә ҡалдыра, икенсеһен туғандарына, ҡәрҙәштәренә саҙаҡа итеп өләшә, ҡалғанын мохтаждарға бирә. Тиреһен хужаларҙан берәү алып, эшкәртһә, һәйбәт була, кемгәлер хәйер итеп бирергә лә мөмкин.
Борон ҡорбанлыҡтың бөтә өлөштәре лә эшкәртелгән. Хәҙер әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: мәҫәлән, малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исрафҡа юл ҡуйырға ярамай. Шул саҡта ғәмәл хәйерлерәк була.
Ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан байрам ойоштороуҙың да бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Ябай ғына уйлап ҡараһаҡ та, күпме шатлыҡ бит: йортобоҙ, күңелебеҙ иман нурына күмелә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай... Ә инде Ҡиәмәт көнөндә ниндәй әжерҙәр аласағыбыҙҙы күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Бәлки, хәҙерге бер нисә минутлыҡ ғәмәлебеҙ мәңгелек рәхәтлеккә торошло булыр? Юҡҡа ғына Ҡөрьәндә: “Һеҙ был донъяны артығыраҡ күрәһегеҙ, ә Ахирәт хәйерлерәк һәм дауамлыраҡ бит!” – тиелмәгән (“Әл-Әғлә” сүрәһе, 16-17-се аяттар).
Мосолмандар һәр саҡ мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, үҙ ризығынан мохтаждарға өлөш сығара, ярҙам ҡулы һуҙып, өлгө күрһәтеп, яҡшы кәңәштәр биреп, эргә-тирәһендәге кешеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Ошо күркәм сифаттар тағы ла артһын, йөҙҙәрҙә иман нуры балҡыһын. Ҡәрҙәштәребеҙ хаж ғәмәлен яҡшы үтәп ҡайтһын, Ҡорбан ғәйете уңайынан мәсеттәргә халыҡ эркелеп килһен, ауыл-ҡалалар аҙан тауышына күмелһен. Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙеребеҙҙе белеп, йөрәктәрҙә дәрт, ышаныс тойоп йәшәргә насип ҡылһын. Донъябыҙ имен, көндәребеҙ тыныс, үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ татыу булһын. Әмин!
Фәнил БАСИРОВ,
райондың имам-мөхтәсибе.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас