Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2025, 09:00

Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ

5 июнь - Рәсәйҙә экологтар көнө. Ул ил Президенты Владимир Путин указы менән 2007 йылда булдырылды һәм Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөндә билдәләп үтелә.

Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ
Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ

Беҙҙең районда йәшәү өсөн ҡулай һәм уңайлы мөхит булдырыу йәһәтенән байтаҡ саралар бойомға ашырыла. Власть органдарының тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары, предприятиелар һәм битараф булмаған кешеләр менән берлектәге тырышлығы арҡаһында Ғафури районы төрлө экологик рейтингтарҙа тотороҡло урын тотоп килә. Йылдың-йылы үҙ эшебеҙҙә районда йәшәүселәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртырға, беҙҙе уратып алған донъяны ҡәҙерләргә, төбәгебеҙҙең биологик күп төрлөлөгөн, ҡабатланмаҫ тәбиғәт мөйөштәрен һаҡларға һәм тергеҙергә ынтылабыҙ. Бергәләп бик мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ.
Йыл һайын макулатура йыйыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһында, һыу объекттарының яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса “Рәсәй һыуҙары” (“Изге эштәр яры”) Бөтә Рәсәй акцияһында, “Йәшел Башҡортостан” республика экологик проектында, “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһында ҡатнашабыҙ, белем биреү учреждениеларында экологик белем аҙналыҡтары (экодәрестәр) уҙғарабыҙ һәм башҡалар.
Тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашып, әйләнә-тирә мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүсе райондаштарыбыҙға ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ.
Был байрамды беҙ хеҙмәт бурыстары буйынса ла, күңел ҡушыуы бу-йынса ла үҙҙәрен мөһим һәм изге эшкә – тәбиғәтте һаҡлауға бағышлаған барлыҡ фекерҙәштәребеҙгә рәхмәтле булып ҡаршылайбыҙ. Тәбиғәтте һаҡлауға мөнәсәбәте булған һәр кемде, илебеҙ һәм планетабыҙҙың киләсәге өсөн үҙен яуаплы тойғандарҙың барыһын да уртаҡ байрамыбыҙ – Экологтар көнө менән ҡотлайбыҙ! Яңы уңыштар һәм барыһы ла яҡшы булыуын теләйбеҙ!

Гөлназ ВИНОГРАДОВА, Муниципаль район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш һәм йәшәү тәьминәте бүлегенең төп белгесе.

Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ
Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ
Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ
Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ
Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ
Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ
Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ
Мөһим һәм кәрәкле эштәр башҡарабыҙ
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас