+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
7 Июнь 2025, 05:00

Халыҡты хәстәрләп...

Республикала “Хәстәрлек поезы” социаль проекты старт алып, ул республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән Баш-ҡортостандың төпкөл ауылдарында йәшәгән халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Халыҡты хәстәрләп...Халыҡты хәстәрләп...
Халыҡты хәстәрләп...

Районыбыҙҙа был поездың тәүге туҡтау урындары итеп Юлыҡ, Оло Үтәш ауылдары билдәләнеп, 29 майҙа ошо һәм яҡын-тирәләге башҡа ауылдарҙа йәшәүселәр белгестәрҙән социаль ярҙам, мәшғүллек, медик-социаль экспертиза, пенсия түләүҙәре, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам мәсьәләләре буйынса консультация алды. “Хәстәрлек поезы”ның күсмә составында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Рәсәй Социаль фонды, республика буйынса Баш медик-социаль экспертиза бюроһы, Юристар ассоциацияһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, район хакимиәте вәкилдәре бар.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының граждандарҙы ҡабул итеү һәм мөрәжәғәттәр менән эшләү бүлеге советнигы Руслан Ра-
уил улы “Хәстәрлек поезы” менән таныштырып: “Был “Хәстәрлек поезы”нда граждандарҙы, уның сиктәрендә социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙең бөтә спектры буйынса халыҡты ведомство-ара ҡабул итеү үткәрелә. Йәғни был - һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү һәм башҡа мәсьәләләр. Дөйөм алғанда, дәүләт органына төпкөлгә барып етеп, урындағы халыҡтың һорауҙарын үҙҙәренән ишетеү, булған проблемаларҙы күреү һәм уларҙы урында уҡ хәл итергә тырышыу мөмкинлеге ул. Әгәр мәсьәләне ентекләберәк ҡарау талап ителһә, уны хәл итеү өсөн булған бөтә механизмдар эшкә ҡушыла, тоташтырыла. Минеңсә, кешеләрҙең үҙ мәсьәләләрен ябайлаштырылған тәртиптә хәл итеү өсөн тағы ла бер уникаль мөмкинлек барлыҡҡа килгән”, - тине.
“Хәстәрлек поезы” төркөмөндә Рәсәй Хеҙмәт министрлығының “БР буйынса ГБМСЭ” ГКУ-ның медицина-социаль экспертиза табибы Зилә Ғүмәрова, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының граждандарҙы ҡабул итеү һәм мөрәжәғәттәр менән эшләү бүлеге советнигы Руслан Дашкин, Стәрлетамаҡ ҡалаһының ғаилә хеҙмәте менән эшләү буйынса белгесе Эльвира Ҡолбаева, Ғафури районы бу-йынса социаль участка хеҙмәте психологы Гөлшат Иҙрисова, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов, Ғафури районында БР бу-йынса СФР бүлексәһенең клиент хеҙмәте етәксеһе Наталия Григорьева, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының граждандарҙы ҡабул итеү һәм мөрәжәғәттәр менән эшләү бүлеге начальнигы Лилиә Сәйетғәлина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалының әйҙәүсе эксперты Динара Семёнова, Ғафури районы буйынса социаль участка хеҙмәтенең социаль эш буйынса белгесе Надежда Фәхретдинова, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова, ра-йон хакимиәтенең социаль эштәр һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Юлмөхәмәтова һәм башҡа белгестәр ҡатнашты.
- Юлыҡ һәм Оло Үтәш ауыл-
дары төпкөл һәм “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы булараҡ тәҡдим ителгән. Сарала халыҡ белгестәргә ярҙам сараларын алыу, дауалауҙа, документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итеү, шулай уҡ социаль, юридик һәм башҡа бик күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Дөйөм ауыл мәсьәләләре тураһында ла ауыл халҡы белгестәргә һорауҙар бирҙе, - тип аңлатма бирҙе район хакимиәтенең социаль эштәр һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Таһир ҡыҙы был ҡабул итеү хаҡында.
Мөрәжәғәт итеүселәр белгестәрҙән инвалидлыҡты билдәләү тәртибе, социаль ярҙам саралары һәм льготалар, пенсия түләүҙәре, хеҙмәт ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә түләүҙәр тураһында, медицина тикшереүе үтеү шарттары менән ҡыҙыҡһынды, араларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары ла булды.
- Ауыл халҡы өсөн бындай сара бик уңайлы һәм мөһим. Улар өсөн урында анығыраҡ хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләргә яуап алыу мөмкинлеге булды, - тине Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Азамат Шакирйән улы Әлмөхәмәтов, был ҡабул итеү үҙҙәренең ауыл биләмәһендә булыуына шатланып.
Был көндө Юлыҡ, Оло Үтәш ауылдарында төрлө һорауҙар менән өс тиҫтәгә яҡын кеше белгестәргә мөрәжәғәт итте. Күп һорауҙар хәл ителде, хәл ителмәгән айырым мәсьәләләрҙе белгестәр яҙып алып, хәл итеү юлын ҡараясаҡ.

Халыҡты хәстәрләп...
Халыҡты хәстәрләп...
Халыҡты хәстәрләп...
Халыҡты хәстәрләп...
Халыҡты хәстәрләп...
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас