

Районыбыҙҙа “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге үҙ эшмәкәрлеген уңышлы алып бара. Кешеләргә социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе был үҙәк 2015 йылда барлыҡҡа килә. Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнөң 25 йыллығы уңайынан Үҙәк директоры Розалия Фәрит ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВА менән 10 йыллыҡ эшмәкәрлектәре буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Розалия Фәрит ҡыҙы, үҙегеҙ етәкләгән ойошма менән яҡындан таныштырып үтмәҫһегеҙме?
- “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәген беҙ 2015 йылда ойошторҙоҡ. Был ойошма өйҙә социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип танылған граждандарға социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн асылды. Социаль хеҙмәткәрҙәр беҙҙең ҡарамаҡта булғандарға көнкүрештә ярҙам итә, психологик, социаль-медицина, педагогик һәм хоҡуҡи хеҙмәттәр күрһәтә.
2021 йылдың сентябрендә беҙ ҙур ҡыуаныс кисерҙек, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә районыбыҙҙың Табын ауылында 13 кешегә иҫәпләнгән мәрхәмәтлелек бүлексәһе асып, оло йәштәге һәм аҙ хәрәкәтле кешеләрҙе үҙебеҙгә алып ҡарай башланыҡ, 13 кешегә эш урыны булдырылды.
2022 йылда Табындағы бүлексәнең дауамы булып, Татар Саскүле ауылында элекке мәктәп базаһында 32 кешегә иҫәпләнгән, ҡарауһыҙ ҡалған, ауыр тормош хәленә дусар булғандар һәм инвалидтар өсөн пансионат асыуға өлгәштек. Бында үҙебеҙҙең генә көсөбөҙ етмәҫ ине, республикабыҙҙың “Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү” Фонды ярҙамға килде. 13 кеше эш урыны тапты.
- Коллективта нисә кеше үҙ эшмәкәрлеген алып бара?
- Бөгөн “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә 70 кеше эшләй. Эшмәкәрлегебеҙгә килгәндә, йыл әйләнәһенә өйҙә социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлыҡ кисереүсе тип танылған 900-ҙән ашыу кешегә 270 меңдән ашыу социаль хеҙмәт күрһәтелә. Пансионаттар асылғандан алып, өлкән йәштәге, инвалид һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған 154 гражданға стационар хеҙмәттәр күрһәтелде, уларҙың 8-е сәләмәтлек торошо һәйбәтләнеү менән бәйле, пансионаттан киттеләр.
Йыл һайын ойошма хеҙмәткәрҙәре өсөн белемде камиллаштырыу курстары ойошторабыҙ. Ошо йылдар арауығында белемде камиллаштырыу буйынса 15 курс һәм 29 уҡытыу программаһы уҙғарылды. Белгестәребеҙ тиҫтәнән ашыу Бөтә Рәсәй һәм төбәк форумдары, конференциялары һәм семинарҙарында ҡатнашты.
- Социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе арттырыу йәһәтенән төрлө проекттарҙа уңышлы ҡатнашып еңеүҙәргә ирешәһегеҙ. Бер нисәүһе тураһында әйтеп китмәҫһегеҙме?
- Беҙҙең Үҙәк иҫәбендә дөйөм суммаһы 14 369 160 һумлыҡ 9 еңеүле проект иҫәпләнә. 2016 йылда социаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе арттырыу ниәте менән иң тәүге булып торған “Ауылда социаль бөҙрәхана” проектында еңеү яулап, парикмахерҙарының льготалы хеҙмәте менән өлкән йәштәге, инвалид, ауыр тормош хәленә юлыҡҡан кешеләр, инвалид балалар, күмәк һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар - йәмғеһе 500-ҙән ашыу граждан файҙаланды.
Артабан төрлө йылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүешен, өлкәндәр һәм инвалидтар араһында физик әүҙемлекте һәм оҙонғүмерлелекте пропагандалаусы “Хәрәкәт – ул йәшәү!” (“Движение – жизнь!”, 2017 й), өлкән быуын һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең тормош сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән “Бергә атлау күңелле” (“Вместе весело шагать”, 2019 й), коронавирус сире осоронда социаль хеҙмәткәрҙәрҙең һәм психологтың өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтар менән эшен ойоштороуға йүнәлтелгән “Изге һүҙ һәм мөһим эш менән” (“И добрым словом, и нужным делом”, 2020 й), “Изгелек йорто: аҙ мобиль граждандарға, ауыр сирле кешеләргә һәм уларҙың туғандарына комплекслы ярҙам” (2020 й), “Изгелек йорто: өлкән йәштәге граждандарға һәм инвалидтарға хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит” (2022й), “Оҙонғүмерлелеккә юл” (2023 й) проекттары бойомға ашырылды. “Тормош сикһеҙ” (“Жизнь без границ”, 2021й) проекты сиктәрендә Татар Саскүле пансионатында заманса ЛФК залы, тамаша залы, иркен кухня һәм ашхана йыһазландырылды. “Zабота ТСР прокат пункты” (2024й) проекты нигеҙендә прокат пункты асыуҙың маҡсаты – инвалидтарҙың, пенсионерҙарҙың, ауыр сирлеләрҙең, Ғафури районы биләмәһендә йәшәгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеген һаҡлауға, үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндереүенә йүнәлтелгән.
Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙамдары һәм ышаныстары өсөн барлыҡ партнёрҙарға, хеҙмәткәрҙәргә яҡшы эш өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
- Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыуығыҙ һәм уңыштарығыҙ ҙа ҡыҙыҡһындыра...
- Эйе, йылдың-йылы конкурстарҙа уңыштарыбыҙ бар. 2021 йылда “Беҙ бергә” (“МЫВМЕСТЕ”) Халыҡ-ара премияһының ярымфиналында еңеүгә өлгәштек. Бөтә Рәсәй “Йылдың иң яҡшы социаль проекты - 2021” социаль проектының төбәк этабында “Изгелек йорто: аҙ мобиль граждандарға, ауыр сирле кешеләргә һәм уларҙың туғандарына комплекслы ярҙам” проекты “Социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә иң яҡшы социаль проект” номинацияһында, 2022 йылда ла ошондай уҡ конкурста номинацияла еңеүҙәр яуланыҡ. 2023 йылда Бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарлыҡ һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар проекттары конкурсының "Минең яҡшы бизнесым" лауреаты һәм РФ Ауыл хужалығы министрлығының - "Өлкән йәштәге кешеләргә ярҙам итеү өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү өлкәһендәге коммерцияға ҡарамаған ойошманың иң яҡшы социаль проекты" - "Тормош сикһеҙ" проекты махсус номинацияһына лайыҡ булдыҡ. 2024 йылда "Минең яҡшы бизнесым" Бөтә Рәсәй социаль яуаплы башланғыстар конкурсының төбәк этабында "Добрый малый" номинацияһында еңеүсе.
- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Форсаттан файҙаланып, һөнәри байрамыбыҙ һәм эшмәкәрлегебеҙҙең 10 йыллығы уңайынан Үҙәктә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә, оло йәштәгеләргә көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтергә ярҙам ҡулы һуҙыусы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе ихлас күңелдән тәбрикләйем. Уларға ныҡлы һаулыҡ һәм рухи ныҡлыҡ, именлек һәм бәхет, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем. Күңел йылығыҙҙы һәм изгелектәрегеҙҙе өләшкән кешеләрҙең рәхмәт һүҙҙәре һеҙҙе ғүмер буйы оҙата йөрөһөн. Байрам менән!
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Розалия Фәрит ҡыҙы. Һөнәри байрамығыҙ менән!