

Быны Туғай ауылынан (Үтәк ауыл биләмәһе) Рәхилә Йосопова яҡшы аңлай. Рәхилә Әхтәм ҡыҙы “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә социаль хеҙмәткәр булып 2005 йылдың ғинуарынан эшләй. Бөгөн уның ҡарамағында 24 оло йәштәге яңғыҙаҡ һәм ярҙамға мохтаж кеше иҫәпләнә. Ошо йылдар арауығында изге күңелле, үҙ бурыстарын теүәл үтәгән, тырыш һәм эшсән, үҙ эшен яратып башҡарған хәстәрлекле хеҙмәткәр өлкәндәр менән уртаҡ тел табып, күңел йылыһын өләшеп, уларҙың уй-теләктәрен аңлап, хәлдәренә кереп, ышаныслы терәк-таянысына әүерелгән. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең яҡын кешеләренә әүерелгән әбей-бабайҙарҙы хәстәрлегенән ҡалдырғыһы килмәй, яратҡан эшен дауам итә.
Ул үҙе хеҙмәтләндергән ололар янына барып, иҙән йыуыу, өй йыйыштырыу, һыу килтереү, коммуналь хеҙмәттәргә түләү, магазиндан аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыуҙар һатып алып килтереү, йәшелсә ултыртышыу, уларға һыу һибеү, кәрәк саҡта ашарға бешереү, кер йыуыуҙы үҙ эсенә алған һәм килешеүҙә ҡаралған башҡа эштәрҙе башҡара, ҡай саҡ ҡаралмағандарын да, мунса яғып, йыуындырырға ла тура килә. Яңғыҙаҡ әбейҙәрҙең ҡайһылары эштәрен эшләүҙе түгел, ә үҙҙәре менән һөйләшеп ултырыуҙы артыҡ күрәләр.
- Социаль хеҙмәткәр булып эш башлаған ваҡытта минең ҡарамаҡта 6 кеше ине, артабан 18-гә етте, хәҙер 24 кешене ҡарайым. Йылдар үтеү менән күп нәмә, шул иҫәптән эшмәкәрлегебеҙ бер ни кимәлдә үҙгәрештәр кисерҙе. Бары тик эшебеҙҙә һинең ярҙамыңа мохтаж булған ололарҙы яратыу, хөрмәт итеү һәм аңлап ҡабул итеү бурысы үҙгәрешһеҙ ҡалды, - ти Рәхилә Йосопова эше менән таныштырып. – Етәксебеҙҙән уңдыҡ, коллектив һәйбәт, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар, барыһы өсөн дә рәхмәтлемен.
Шәхси тормошона килгәндә, сығышы менән Рәхилә Әхтәм ҡыҙы Ишембай районының Яңы Йорт ауылынан. Туғай ауылынан Рәшит Хәмзә улы менән тормош ҡороп, 30 йыл инде иңгә-иң терәп, матур итеп йәшәйҙәр. Ул колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған. Ғаиләлә ике бала үҫеп буй еткергән. Ҡыҙҙары Регина ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй, Алмаз исемле улға һәм Милена исемле ҡыҙға әсәй, “Авангард” заводында һаҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй. Раил улдары һөнәре буйынса электрик, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, заводта, Сахалинда эшләй. 2022 йылда өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияға алына. Һуғыш ғәрәсәте эсендә бер нисә тапҡыр ҡаты яралана, контузия ала һәм демобилизациялана.
Рәхилә Йосопованың күп йыллыҡ лайыҡлы хеҙмәте БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының һәм башҡа бихисап Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
Ошондай арыу белмәҫ, мәрхәмәтле йән – социаль хеҙмәткәр булғанда, оло йәштәгеләрҙең ҡартлығы хәстәрлекле, күңелдәре тыныс. Рәхилә Әхтәм ҡыҙын һөнәри байрамы менән тәбрикләп, эшендә уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.