

Оло юлдан боролоуыбыҙға ҡаршыбыҙға еләкле биҙрәләр күтәргән ике ҡатынды тап иттек. Күрше Йөҙимән ауылыныҡылар булып сыҡты улар.
-Кисә кистән килгәйнек тә, йыйған еләктәрҙе алып бөткәйнеләр, шуға бөгөн иртәрәк килдек. Бына еләкле булып ҡайтып барабыҙ, һеҙгә лә ҡалды әле унда. Малайҙар йүгереп йөрөп йыйып, өлгөртөп торалар,- тип машиналары янына йүнәлделәр.
Баҫыу ҡапҡаһы йәнәшәһендәге өҫтәл янында инде беҙҙе йәш эшҡыуар Алмаз Рәйес улы үҙе ҡаршыланы.
Алмаз ошо Ерек ауылы егете. Урта мәктәптән һуң Ишембай нефть колледжын тамамлай. Новосибирск тарафтарында ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ситтән тороп институтҡа уҡырға инә. Вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләп йөрөгән бер мәлдә, “ситтә йөрөгәнсе ауылға ҡайтып үҙ эшемде асам”, тип ҡарар итә.
-Ситтә солтан булғансы үҙ илеңдә олтан бул, тиҙәр бит. Ауылда үҫкәс, күңел ауылға тартыла. Эште нимәнән башларға тип оҙаҡ уйландым. Бәләкәйҙән бал ҡорттары араһында үҫтем, тиһәм дә була. Ҡортсолоҡтоң бөтә нескәлектәрен беләм. Шулай ҙа икенсерәк эштә үҙемде һынап ҡарағы килде. Иң башта 2023 йылда ауыл йәнәшәһенән, оло юл аша ғына ятҡан баҫыуҙан ҡуртымға 23 гектар ер алдым һәм уйлана торғас, беҙҙең яҡта бик таралмаған баҡсасылыҡ йүнәлешендә, дөрөҫөрәге еләк һәм крыжовник үҫтереү менән шөғөлләнергә ҡарар иттем дә,30 сутыйға “Азия” һәм “Фестиваль” сортлы еләк үҫентеләре ултырттыҡ. Бизнес-план төҙөп, яңы эш башлаған фермер-крәҫтиән хужалыҡтарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Агростартап” гранты буйынса былтыр дәүләт ярҙамы алдым. Дәүләт ярҙамы ныҡлы таяныс, ярҙам булды, өҫтәмә материалдар, бөтә тағылма инвентары менән универсаль мини-трактор һатып алдым. Һәм бына ултыртылған еләктәрҙән икенсе йыл инде уңыш йыям,- ти Алмаз эшмәкәрлеге менән таныштырып.
Эш башлауы еңел булмай, әлбиттә, Алмазға. Беренсе бураҙна ярып, тәүге йәш үҫентеләрҙе ултыртыу, уларға ташып һыу һибеү, утау кеүек эштәрҙә инәһе Рима Мөхәмәт ҡыҙы, ағалары Айнур менән Рушан, еңгәләре, барса туғандары төп кәңәшсеһе, таянысы була. Дәүләт ярҙамы алғас, беренсе сиратта эште еңеләйтеү сараһын күрә: баҫыуға электр энергияһы һуҙып, “электр көтөүсе” менән уратып ала, 28 метр тәрәнлектә һыу скважинаһы ҡаҙыта, еләк түтәлдәре буйлап һыу үткәргестәр һуҙа. Үткән йыл Алмаз өсөн ысын һынау йылы була. Яҙын шау сәскәгә күмелеп ултырған үҫентеләр ҡырауҙарҙан зыян күрһә, һуңынан бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар булған уңышты тулыһынса йыйып алырға мөмкинлек бирмәй. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй ул. Көҙҙән йәнә йәш үҫентеләр ултыртыу өсөн ер һөрөп ҡуя. Иртә яҙҙан махсус түтәлдәр эшләп тағы ла еләк һәм 100 төп крыжовник ҡыуағы ултырта. Хәҙер еләк кенә 1 гектар самаһы майҙанды биләй.
-Былтыр еләктең беренсе уңышын 10 июндә генә йыя башлағайныҡ, быйыл инде 29 майҙа уҡ һатыуға сығарҙыҡ,- ти эшҡыуар.
Хужалыҡ яҙғы-йәйге осорҙа ауылдаштарын ғына түгел, күрше-тирә ауылдар ҡатын-ҡыҙҙарын ярҙамға саҡыра. Йәш үҫентеләрҙе ултыртҡан мәлдә эшләүселәргә көнөнә 2000-2300 һумдан эш хаҡы бирһә, уңыш йыйыу мәлендә килограмына 35 һум иҫәбенән түләй. Беҙ баҡсала булған мәлдә 5-6 үҫмер йүгереп йөрөп еләк йыя ине. Күҙ асып йомған арала биҙрәләрен тултырып, килеп тә етәләр.
-Мин былтыр еләк йыйып ҡына 20 мең һум, ә Рөстәм ҡустым 13 мең һум аҡса алды. Быйыл еләк күп булғас, аҡсаһы ла күберәк була инде, - ти Тимур исемле үҫмер.- Иртүк киләбеҙ ҙә төшкә тиклем эшләйбеҙ.
-Еләк ашап туйғанһығыҙҙыр инде, - тим.
-Тәүге көндәрҙә ашап рәхәтләндек, хәҙер ашайһы килмәй, уже бүккәнбеҙ. Ана, беренсе көн килгән Искәндәр генә ашай,- тип көлә малайҙар.
- Мин 6-сы биҙрәне тултырҙым инде, тағы дүртте йыйһам унау була,- тип һүҙгә ҡушыла уныһы.
- Баҡсанан кеше өҙөлмәй, тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, ҡаланан да килеп етәләр. Ә инде Еҙем буйына ял итергә килеүселәр беҙгә һуғылмай үтмәй. Ял көндәре бигерәк тә күп булалар, йыйып өлгөртә алмаған саҡтар ҙа була, - ти Алмаз.
Беҙ ҙә рәхәтләнеп еләк ашап, үҙебеҙгә кәрәгенсә йыйып алып, йәш эшҡыуарға уңыштар теләп ҡайтыу яғына юлландыҡ. Һеҙҙең дә еләк ашайһығыҙ киләме, Ерек ауылына юлланығыҙ. Матур тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеп, еләк йыйып ҡайтырһығыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
“Беҙҙә бөтә мөһим күрһәткестәр ҙә плюс менән бара. Һәйбәт эшегеҙ өсөн рәхмәт. Әммә беҙ эшҡыуарҙарҙың үҙҙәрен нисек тойомлауын белеп тороу өсөн улар менән даими осрашыуҙар үткәрергә килештек”.
Беҙҙең республика социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән Рәсәйҙә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде.
Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, Башҡортостанда 142 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмеге бар, йәғни, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 4,3 процентҡа күберәк. Ошо даирәлә хәҙер 593,3 мең кеше эшләй, был иһә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектында билдәләнгән маҡсат күрһәткесенән 20 процентҡа юғарыраҡ. Үҙмәшғүлдәр 41,3 процентҡа артты һәм 263 мең кеше тәшкил итә.