

5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе әсәйҙәрҙе “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләү йолаһы 1998 йылда барлыҡҡа килеп, был ҙур наградаға балаларын тәрбиәләүгә яуаплы ҡараған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, балаларының һаулығы, белем алыуы, физик һәм рухи үҫеше хаҡында хәстәрлек күргән, башҡаларға өлгө булырлыҡ күмәк балалы әсәйҙәр лайыҡ була. Был маҡтаулы исем менән Красноусолдан Альбина Шамил ҡыҙы Ғилманова, Зөлфиә Мәхмүт ҡыҙы Шәрипова, Имәндәш ауылынан Әлиә Тимерғәле ҡыҙы Әминова, Ташлы ауылынан Алёна Алексеевна Иванова бүләкләнде.
- Бөгөн беҙҙә тантаналы, шатлыҡлы ваҡиға – беҙ һеҙгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указы менән “Әсәлек даны” миҙалдарын тапшырабыҙ. Был миҙал менән 5 һәм унан да күберәк бала үҫтергән һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә. Кисә генә мин Өфөгә барҙым һәм Радий Фәрит улы менән осраштым, ул шәхсән һеҙгә балаларҙы тәрбиәләгәнегеҙ һәм республика менән илдең демографик хәленә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт һәм тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Үҙ исемемдән дә һеҙҙе ҡотлайым һәм балаларҙың яҡшы кешеләр, патриоттар булып үҫеүен, һеҙҙе шатландырыуын, ә һеҙҙең уларҙың уңыштарына ҡыуаныуығыҙҙы теләйем. Һеҙгә һәм балаларға һаулыҡ теләйем, - тине Венер Фәнир улы тәбрикләп.
Әсәйҙәргә һәм ғаиләләренә изгелектәр, именлек теләйбеҙ.