+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
21 Июнь 2025, 05:00

Һәр яҡлап та хөрмәтле, өлгөлө кеше

Хеҙмәт һөйгән, аҡыллы ир-ат йәмғиәттә лә, ғаиләлә лә хөрмәт ҡаҙана. Ошо көндәрҙә Сәйетбаба ауылынан үҙенең 80 йәшенә аяҡ баҫҡан уҡытыусы-ветеран Риф Вәлиевтың да тормош йылъяҙмаһында айырым бер хөрмәткә лайыҡлы һәм ғорурланырлыҡ биттәр етерлек.

Һәр яҡлап та хөрмәтле, өлгөлө кешеҺәр яҡлап та хөрмәтле, өлгөлө кеше
Һәр яҡлап та хөрмәтле, өлгөлө кеше

Риф Заһит улы 1945 йылда Еңеү яҙы менән бергә Ҡаранйылға ауылында донъяға ауаз һалған. Ул әсәһе, өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Уға ла Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы етешһеҙлек, аслыҡ һәм башҡа бик күп ауырлыҡтарҙы кисерергә, тормош юлында күпте күрергә тура килә. Бар эшкә яуаплылыҡты үҙ иңендә татып, тырыш, ғәҙел, намыҫлы булып үҫә ул. Тыуған ауылында башланғыс, Сәйетбабала 10-сы класты яҡшы билдәләргә тамамлай. Мәктәптә уҡып йөрөгән ваҡытында уҡ үҙ ауылында почтальон булып эшләй, һуңынан уҡыуын тамамлағас, үҙе белем алған урта мәктәптә лаборант-уҡытыусы булып эшләп ала. Артабан өҫтөн бөтәйтеп, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Тырыш, талапсан егет юғары белем алғас иң тәүҙә Имәндәштә, артабан Сәйетбаба мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлы үтә. Талантлы уҡытыусы тауыш күтәрмәй генә һәр кемде тыңлатып, белемде баланың күңеленә һала белеү кеүек алтын сифаттарға эйә. Белем усағында балаларға белем биреү менән бер рәттән оҙаҡ йылдар методик берекмә, әллә нисә кластың етәксеһе лә була. Мәктәп тарихында беренсе булып миҙалсы 19 уҡыусы сығара, шуларҙың икәүһе алтын миҙалға тамамлай. Риф Заһит улы коммунист булмаһа ла, пропагандист эшен дә алып бара. Эшләү дәүерендә тырыш хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы исеме, бик күп төрлө значоктар, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. “Хеҙмәт ветераны”, “Һуғыш осоро балалары” миҙалына лайыҡ була.
Баш эшләткес, теүәл һандарға маһир булған уҡытыусы үҙен оҫта шахматсы булараҡ та таныта. Бәләкәй сағында армиянан яңы ҡайтҡан ауылдаш ағаһы - Мәхәмәтдин Ғәзизов уны шахмат уйнарға өйрәтә, шул ваҡыттарҙан гәзиттәрҙә шахмат буйынса сыҡҡан мәсьәләләргә яуаптар яҙа. Институтта уҡығанда шахматсылар командаһы ағзаһы, район, ауыл командаһы капитаны була. Әле лә районда үткән шахмат ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Аҡыл көсө, зирәклек талап иткән боронғо уйындарҙың береһе булған шахматты үҙ итеп кенә ҡалмай ул, хеҙмәттәштәрен, уҡыусыларын, ауылдаштарын да ныҡышмалылыҡ талап иткән уйынға йәлеп итеп, өйрәтә. Шулай уҡ оҫта умартасы ла ул. Бәләкәйҙән был шөғөлгә өйрәнеп, ваҡыты менән 40-ар баш умарта тота. Ауыл кешеләрен, күрше-тирәһен дә был кәсеп серҙәренә төшөндөрөп, үҙенең төплө кәңәштәрен биреүсе лә.
Әйткәндәй, улар тормош иптәше Альмира Миңнияр ҡыҙы менән икеһе лә бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргәндәр. Ауырғазы районының Талбазы ауылы һылыуы менән институтта уҡығанда танышып, һуңынан ҡулдарына диплом алған йәштәр ғаилә ҡороп, Имәндәш мәктәбендә бергә эш башлайҙар. Бында бер аҙ эшләгәс, Сәйетбаба ауылында мәктәпкә яҡын ғына урынлашҡан ерҙә өй алып, шунда эшкә күсәләр. Матур ғаиләлә дүрт бала – ике ул һәм ҡыҙ буй еткергән. Улар барыһы ла мәктәпте миҙалға тамамлап, үҙҙәре теләгән һөнәр буйынса юғары белем алғандар. Хәҙер барыһы ла башлы-күҙле булып, балалар үҫтерәләр, эшләп йөрөйҙәр. Азамат, Илгиз улдары Өфө ҡалаһында, Гөлназ, Гүзәл ҡыҙҙары Красноусолда йәшәй.
Тормош йөгөн бер-береңде хөрмәт итеп, матур юлдан тигеҙ тартҡанда ғына ул алға бара, уңыштарға өлгәшә. Ғүмер буйы Сәйетбаба урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Альмира Миңнияр ҡыҙының да мәғариф өлкәһендә түккән көсө баһалап бөткөһөҙ. Фантазияға бай уҡытыусы рус әҙәбиәте геройҙарын ҡағыҙға төшөртһөнмө, төрлө гөл-сәскәләрҙең матурлығын күрһәтеп, бик күп уҡыусыларҙа үҙ асылын, юлын хеҙмәт өлгөһөндә табырға ярҙам иткән кеше лә ул. Уларҙың баҡсаһында ниндәй генә емеш-еләк үҫмәгән дә, гөл-сәскәләрҙең ҡайһыһы уларҙа булманы икән?! Ҡасандыр георгиндың ғына 30-ҙан артыҡ төрө үҫеп, эргә-тирәнән үтеүселәргә йәм биреп ултырғаны күңелдә уйылып ҡалған. Әле лә, күркәм йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡса эшенән күңелдәренә ял табалар, йәшәү ҡанундарына тоғролоҡ һаҡлайҙар, хеҙмәттәренең емештәрен татып, шөкөр итеп йәшәй беләләр. Балалары, 8 ейән-ейәнсәрҙәре, бүләре был ҡотло йортта йыш ҡунаҡ. Йәштәргә өлгө күрһәтеп, балаларына ярҙам итеп, милли кәсепте йәш быуынға өйрәтеп йәшәгән өлкәндәргә нисек һоҡланмаҫһың!? Уларҙы коллегалары, уҡыусылары, ауылдаштары ла ихтирам итә. Биш тиҫтәнән артыҡ йыл һоҡланғыс ғүмер кисергән Вәлиевтар ғаиләһе “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнгән. Бына шулай тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән, атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр итеп йәшәй белә ветеран-педагогтар.
Тәбиғәте менән баҫалҡы, тыйнаҡ, әҙәпле, ипле булған Риф Заһит улы һәр яҡлап та хөрмәтле, өлгөлө кеше. Хеҙмәт һәм борсолоуҙар, туғандарын һәм яҡындарын хәстәрләү, шатлыҡтар һәм башҡа мәшәҡәттәр менән тулы тормошта ла һәр саҡ үҙе булып ҡала белгән уҡытыусы-ветеранға алда ла тормош иптәше Альмира Миңнияр ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, тиңлек-тигеҙлектә иҫәнлек-һаулыҡта, йән тыныслығында, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, балҡып, һөйөнөп йәшәргә яҙһын.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас