

Тәбиғәт матурлығы һәм тарихи ҡомартҡылары менән билдәле булған был ерҙәр, урындағы мәҙәниәтте һәм экологияны өйрәнеү өсөн идеаль майҙансыҡ булып тора. Минераль сығанаҡтары менән дан тотҡан "Красноусол" шифаханаһына барыу беҙҙең практиканың сағыу мәлдәренең береһе булды. Беҙ урындағы һыуҙың дауалау үҙенсәлектәре менән танышып ҡына ҡалманыҡ, ә үҙ тәжрибәбеҙҙә уларҙың дауалау көсөнә инандыҡ.
Уйлап ҡараһаң, һәр кемдең үҙ төйәге күңел күҙе менән уҡый торған китап төҫлө, уның биттәренә һәр быуын үҙ тамғаһын һалып ҡалдырған. Кешеләр рухын байытырлыҡ хазиналарҙы үҙенсә тергеҙгән.
Беҙҙең төркөм гимназия ятағында йәшәне, был беҙгә уңайлы урынлашырға ғына түгел, ә урындағы уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән яҡыныраҡ танышырға мөмкинлек бирҙе. Ғафури районы, уның таулы пейзаждары, таҙа йылғалары һәм йәшел болондары беҙҙең йөрәктәрҙә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Өмөт менән алға барған, уңыштан-уңышҡа өлгәшкән ауыл кешеләрен күреү студенттар өсөн үҙе бер асыш булды. Беҙҙең практикаға йомғаҡ яһап, был уҡыу процесы ғына түгел, ә ысын тормош мәктәбе, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Беҙ белемебеҙҙе тәрәнәйттек, тирә-яҡ донъяның матурлығын ҡәҙерләргә, башҡа халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен хөрмәт итергә өйрәндек. Ғафури районы беҙҙең өсөн илһам сығанағы булды һәм беҙ уның байлығын, серҙәрен өйрәнеүҙе дауам итеү өсөн бында кире ҡайта алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ.
“Араны - уй, быуаны - һыу йыра” тигән әйтем бар башҡорт халҡында. Ғафури районында беҙҙе хөрмәтләп ҡаршылап, оҙатып ҡалғандары өсөн М.Аҡмулла университетының 2-се курс студенттары исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Азалия ҒАЙСИНА,
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия
университеты студенты.