+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
27 Июнь 2025, 11:15

Вакансиялар йәрминкәһе үтте

Бөгөн район  мәҙәниәт һарайында “Проффест. Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр ваҡыты” йәрминкәһе үтте. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ойошторған сараға эш эҙләүселәр йыйылды. Эш эҙләүселәрҙе хеҙмәт урындары менән таныштырыу маҡсатын күҙаллаған вакансиялар йәрминкәһе районда даими үткәрелеп килә. Ул үҙенең популярлығын юғалтмай, сөнки эш эҙләүсе эш биреүсе ойошма вәкилдәре менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралаша, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуапты ла тиҙ ала. Был көндө 12 эш биреүсе ойошма үҙ вакансияларын тәҡдим итте.

Вакансиялар йәрминкәһе үттеВакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте

Урындағы мәшғүллек үҙәге  нигеҙендә адреслы ярҙам буйынса үҙ эштәрен асҡан ике эшҡыуар: Василий Кравчук “3Д” принтеры ярҙамында төрлө сувенир продукттар, Екатерина Каретникова татлы кондитер ризыҡтар, шулай уҡ үҙ тырышлыҡтары менән үҙ эшен асҡан Ирина Баҡиева милли биҙәүестәр, Татьяна Юльметова пряниктар, тәм-том эшләү буйынса күргәҙмә ҡуйҙы.

  • Эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабына ҡушылып, йылына ике тапҡыр ошондай вакансиялар йәрминкәһе уҙғарабыҙ. Был йәрминкә эш эҙләүселәргә күңеленә ятҡан эш, ә эш биреүселәргә тейешле хеҙмәткәрҙәр табырға ярҙам итә. Районда вакансиялар ҙа, иҫәптә торған эшһеҙҙәр ҙә күп. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, мөрәжәғәт иткән кешене эшкә урынлаштырырға тырышабыҙ. Каникул ваҡытында теләгән бәлиғ булмаған балаларға ла эш табыла. Әммә балаларҙы эшкә алғанда нисә сәғәт эшләү, эштең ауырлығы ла күҙ уңында тотола. Уҡып, яңы һөнәр үҙләштерәм йәки үҙ эшемде асам тигәндәргә финанс ярҙам саралары ҡаралған. Бөгөн бында мәшғүллек үҙәге белгестәре эш эҙләүселәргә, эшҡыуарҙарға төрлө дәүләт программалары тураһында ла аңлатып, үҙ эшеңде асыу буйынса консультациялар ҙа үткәрҙе, - тине  сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып Мәшғүллек үҙәге директоры Марс Хәмзә улы Сабитов.

“Красноусол” (“Имәнкәй”) балалар лагерына тәрбиәсе, вожатый, ашнаҡсы вакансияларын тәҡдим итеүсе, кадрҙар менән эшләүсе  Гүзәл Рим ҡыҙы янында ла ҡыҙыҡһыныусылар күп булды. Ул барыһына ла ентекле мәғлүмәт биреп, хеҙмәт тәртибе тураһында ла аңлатты.

Вакансиялар йәрминкәһендә предприятие, ойошма вәкилдәре һәр хеҙмәт урыны буйынса тулы мәғлүмәт, кәңәштәр бирҙе. Был сара йәрминкәлә ҡатнашыусыларҙың күбеһенә эш табырға һәм мөмкинлектәрен асырға ярҙам иткәндер.

Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Вакансиялар йәрминкәһе үтте
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас