

Йәшлек – яңы өмөттәр, яҡты хыялдар, тормошта үҙ юлыңды табыу, ҡыйыу уй-фекерҙәр һәм ҡаҙаныштар менән донъяны таң ҡалдырыр ҡабатланмаҫ мәл. Районыбыҙҙа ғорурланырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ, үҙҙәренең алдына маҡсаттар ҡуйып, уны тормошҡа ашырыу өсөн тырышлыҡ һалған, ваҡиғалар үҙәгендә булған, әүҙемлектәре менән айырылған йәштәребеҙ бихисап. Һүрәттәге был маһир, мөләйем ҡыҙ – Красноусолдан Мәҙинә Мортазина – тап шундайҙарҙан. Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең 9 “А” класын тамамлаған һәләтле, тырыш, маҡсатҡа ирешеүсән ҡыҙ тыуған мәктәбенең, райондың ғына түгел, республиканың ғорурлығы. 16 йәшлек Мәҙинә Ғафури районының Беренселәр урындағы советы рәйесе булып тора. Йәштәр көнө уңайынан Мәҙинә Мортазина менән таныштырасаҡбыҙ.
Үҙен әүҙем һәм уңышлы тип танытҡан лидер ҡыҙ үҙенең уңышлы булыу тарихы тураһында һөйләй. Һүҙ – Мәҙинә Мансурджон ҡыҙына:
- 2023 йылда һайлау һөҙөмтәләре буйынса Ғафури районының Беренселәр урындағы советы рәйесе булып һайландым. Биш айҙан һуң Беренселәр хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе белгесе эштән китте. 2024 йылдың февраленән октябренә тиклем белгес урынында эшләнем. 2025 йылдың 23 ғинуарында Беренселәрҙең төбәк советының I ултырышы үтте, унда рәйес һәм секретарь һайланды. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса күпселек минең кандидатура өсөн тауыш бирҙе. Шулай итеп, мин Башҡортостан Республикаһының Беренселәр төбәк советы рәйесе һәм II саҡырылыш Беренселәрҙең Федераль советы ағзаһы булдым, унда беҙҙең төбәкте күрһәтәм. 2024 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм Беренселәр хәрәкәте идараһы рәйесе Артур Валерьевич Орлов ҡатнашлығындағы Координация советында сығыш яһаным. 2025 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы делегацияһы менән берлектә Мәскәү ҡалаһында Беренселәр хәрәкәтенең IV съезында ҡатнаштым, унда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин менән осрашыу бәхете тейҙе. 2025 йылдың майында Салехард ҡалаһына барҙым, унда Беренселәрҙең Федераль советының I ултырышы үтте. Унда мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙек, бөтә төбәктәр өсөн Актив мәктәбе планын яҙҙыҡ һәм, әлбиттә, ултырыш үткәрҙек. Тиҙҙән, 11-16 июлдә, Красноярск ҡалаһында Беренселәрҙең Федераль советының II ултырышы үтәсәк, унда ҡатнашасаҡмын. Бөтә кимәлдәге Беренселәр советтары менән берлектә емешле эш алып барырбыҙ, тип ышанам. Шулай итеп, 2025 йылдың башынан алып мин үҙемдең ҙур командам менән республиканың Беренселәр төбәк советының II һәм III ултырыштарын, Якутов паркында Беренселәр хәрәкәтенең балалыҡ һәм йәшлек фестивален, "Хәтер шәме" акцияһын һәм башҡа бик күп саралар үткәрҙек. Әлеге ваҡытта беҙ Башҡортостан Республикаһының Йәштәр көнөнә арналған Төбәк фестиваленә әҙерләнәбеҙ. Республикабыҙ йәштәре үҫешенә ҙур өлөш индерә алыуыма шатмын. Киләсәктә - тағы ла күберәк! – ти Мәҙинә Мортазина.
Әүҙем, ныҡышмал, маҡсатҡа ирешеүсән лидер ҡыҙға һәр башланғыстарында уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!