+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Июнь 2025, 05:00

Гөрләп үтте балалар һабантуйы

Йәмле Еҙем буйындағы тирмәләр йәнәшәһендәге аҡлан был көндө балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо.

Гөрләп үтте балалар һабантуйыГөрләп үтте балалар һабантуйы
Гөрләп үтте балалар һабантуйы

Имәндәш мәктәбе уҡытыусылары ауыл китапханаһы (мөдире Айгөл Түзбәкова) һәм ағинәйҙәр ярҙамында ойошторған балалар һабантуйында 5-6 йәшлектән алып 14 йәшкә тиклемге балалар күңеленә оҡшаған уйында теләп, ихлас ҡатнашты. Берәүҙәр һыулы биҙрәләр эленгән көйәнтә күтәреп уҙышһа, икенселәр тоҡ кейеп һикерҙе, йомортҡалы ҡалаҡ менән уҙышты, яулыҡ бәйләнгән күҙ менән бүләк киҫте, “ат сабышында” ҡатнашты, күҙ бәйләп көршәк “ватты”, кемдәрҙер уҡ атып, мәргәнлектә көс һынашты. Балалар ғына түгел, хатта ағинәйҙәр ҙә бөтә был ярыштарҙа үҙен һынап ҡаранылар.
Бүләктәр алыуҙа, йыйыуҙа Имәндәш,Тайыш,Таш-Аҫты ауылдары халҡы әүҙем ҡатнашып, бер генә ихата ла һөбә йыйыусыларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырманы, һәр кем йүгереп сығып һөбәгә үҙ бүләген бәйләп ҡуйҙы. Шулай уҡ уҡытыусылар коллективы, китапханасы Айгөл Түзбәкова, 20-нән артыҡ бәйләнгән уйынсыҡ килтергән Миләүшә Мостафина, кепкалар, алъяпҡыстар биргән Гүзәл Хисаметдинова, тәмле приздар биргән Мөнирә һәм Рәфис Рәшитовтар, ә ағинәйҙәр төрлө уйынсыҡтар,тәмлекәстәр килтереп балаларҙың күңелен күрҙе. Байрамдан һуң балалар матур бүләктәргә ҡыуанып, тәмле бутҡа, сәй менән һыйланып, рәхмәттәр әйтеп таралышты. Һабантуй уларға ғына түгел, ололарға ла бик оҡшаны.
Рәмилә МӘХМҮТОВА,
Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.

Гөрләп үтте балалар һабантуйы
Гөрләп үтте балалар һабантуйы
Гөрләп үтте балалар һабантуйы
Гөрләп үтте балалар һабантуйы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас