+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
1 Июль 2025, 12:25

Бер быуатлыҡ юбилей

Ҡаранйылға ауылынан Маһира Ноғоманова күркәм ғүмер байрамын ҡаршыланы Бөгөн Ҡаранйылға ауылында ғүмер кисереүсе Маһира Әбдрахман ҡыҙы Ноғоманова 100 йәшен тултырҙы. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ағинәйҙең зиһене яҡты, хәтере шәп, тик былтыр аяғын ауырттырғанлыҡтан йөрөй алмай.

Бер быуатлыҡ юбилейБер быуатлыҡ юбилей
Бер быуатлыҡ юбилей

1925 йылғы Маһира Ноғомановаға кескенән оло тормош һынауҙарын үтеп, тормоштоң әсе һынауҙарына бирешмәйенсә, арымай-талмай тыуған колхозына хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан. Әлеге көндә тыуған ауылында барына шөкөр, юғына сабыр итеп улы Вәкил менән йәшәп ята.

Маһира Әбдрахман ҡыҙын район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙеләр һәм РФ Президенты Владимир Путиндың һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын тапшырҙылар. Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙин да быуаттарҙы быуатҡа бәйләп, күпме яҙмыш һынауҙарын иңендә күтәреп, бик аҙҙарға ғына эләккән бәхеткә еткән Маһира Ноғомановаға матур ҡотлау һүҙҙәре әйтеп, бүләкләне.

Данлы юбилейға тиклем етә алған кешеләр ихтирамға ғына түгел, ысын һоҡланыуға лайыҡ. Маһира Әбдрахман ҡыҙы ҡунаҡтарға таҡмаҡ әйтеп, йырлап та ишеттерҙе, ҡотлауҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә әйтеп ҡалды.

Бер быуатлыҡ юбилей
Бер быуатлыҡ юбилей
Бер быуатлыҡ юбилей
Бер быуатлыҡ юбилей
Бер быуатлыҡ юбилей
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас