+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
2 Июль 2025, 11:08

Дәүләт органдарына мөрәжәғәтте Кире элемтә платформаһы аша ебәрергә мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр ведомстволарға үҙенең мөрәжәғәтен Кире элемтә платформаһы аша ҡалдыра ала.

Дәүләт органдарына мөрәжәғәтте Кире элемтә платформаһы аша ебәрергә мөмкинДәүләт органдарына мөрәжәғәтте Кире элемтә платформаһы аша ебәрергә мөмкин
Дәүләт органдарына мөрәжәғәтте Кире элемтә платформаһы аша ебәрергә мөмкин

Мөрәжәғәтегеҙҙе:
- vk.cc/cNbeHE сайтында.
- «Госуслуги. Решаем вместе» мобиль ҡушымтаһы аша ебәрергә була.

Кире бәйләнеш платформаһына һылтанма бирелгән виджеттар шулай уҡ дәүләт пабликтарында, Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәре, министрлыҡтары һәм ведомстволары сайттарының төп биттәрендә бар.

🤝 Һеҙҙең мөрәжәғәтте ошондай мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн яуаплы власть органы йәки муниципалитет хакимиәте ҡараясаҡ. Ведомство мөрәжәғәткә 30 көн эсендә яуап бирәсәк. Ҡайһы бер мәсьәләләр тиҙерәк хәл ителә: 10 көн эсендә яуап алырға мөмкин.

Мөрәжәғәттә проблеманы тасуирларға кәрәк, мөмкин булһа, адрес күрһәтегеҙ һәм фото йәки видео беркетегеҙ. Бер генә проблема йәки тәҡдим тураһында мәғлүмәт бирегеҙ – шул осраҡта мөрәжәғәт адресатҡа тиҙерәк барып етәсәк.

❗ Текста янау, мыҫҡыллау йәки өсөнсө кешеләрҙең шәхси мәғлүмәттәре булһа, ялыуҙы кире ҡағыуҙары бар. Мөрәжәғәт ебәреү ҡағиҙәләре тураһында бирелгән һылтанма буйынса уҡығыҙ: vk.cc/cAj5QM.

Сервис аша шулай уҡ «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса биләмәләрҙе төҙөкләндереү кеүек тауыш биреүҙәр үткәрелә.

Платформа власть органдары менән тура эфирҙа ҡатнашыу һәм уларҙың вәкилдәренә һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирә. Алып барылған эфирҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас