+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
3 Июль 2025, 07:45

Яҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Махсус хәрби операцияла "Табип" ҡушаматлы яҡташыбыҙ ғүмере өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби бурысын үтәгәндә фиҙакәрлеге, батырлығы һәм тәүәккәл эш итеүе өсөн юғары наградаға лайыҡ булды.

Яҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы менән бүләкләндеЯҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Айҙар - Салауат медицина колледжын тамамлаған. Ул хәрби хеҙмәттән һуң контрактҡа ҡул ҡуя һәм махсус операция башланғандан алып үҙ зонаһында мотоуҡсылар бригадаһы төркөмөндә санинструктор булып хеҙмәт итә. Уның ҡаҙаныштары бер нисә тапҡыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың наградалары һәм Рәхмәт хаты менән билдәләнгән.

“Айҙар, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! Һау-сәләмәт һәм Еңеү менән ҡайтыуыңды көтәбеҙ!”, - тип яҙған үҙенең бәйләнештәге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Венер Вахитов.

Яҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Яҡташыбыҙ Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас