

Быйыл республикала уникаль проект – «БашТәржемә» мәғлүмәт системаһы эшләй башланы (илдең бер төбәгендә лә ундай эш башҡарылғаны юҡ!). Программаны әҙерләүсе – Өфө фән һәм технологиялар университетының һанлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин әйтеүенсә, «БашТәржемә» – республика власының, университеттың һәм һанлы технологияларҙың тел өлкәһендә инструменттар эшләү буйынса үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүенең сағыу миҫалы.
Программа ни өсөн кәрәк?
Телдәр тураһындағы ҡануниәт бөтә рәсми документтарҙың, министрлыҡ һәм ведомство исемдәренең, магазиндарҙың атамаларының ике телдә – русса һәм башҡортса булыуын талап итә. Шулай уҡ етештереүселәр һәм һатыусылар тауарҙар һәм хеҙмәттәр тураһында дәүләт телдәрендә мәғлүмәт бирергә мөмкин. Әммә һәр кем был законды үтәүгә төрлөсә ҡарай: кемдер өләсәһенән документты башҡорт теленә тәржемә итеүен һорай, кемдер квалификациялы тәржемәселәр эҙләй, әммә намыҫһыҙ башҡарыусыларға тап була. Шуға күрә беҙҙең урамдарҙа яңылыш тәржемәләр, хаталы алтаҡталар барлыҡҡа килә.
– Онлайн-тәржемәселәр ҙә бар, – ти Айнур Хәйбуллин. – Әммә улар тәржемәнең тейешле сифатын тәьмин итмәй.
Бындай тәржемәселәр юридик йәһәттән яуаплылыҡ тотмай, ә инде хаталы алтаҡтаны элгән өсөн ойошма йәки эшҡыуар «административ» штрафҡа юлығыуы бар. Вазифалы кешеләр өсөн уның күләме – дүрт-биш мең һум, юридик шәхестәр өсөн 10-15 мең һум тәшкил итә.
Тәржемәнең сифатын, уның юридик көсөн тәьмин итеү, квалификациялы тәржемә хеҙмәте менән Өфөлә генә түгел, бәләкәй ауылдарҙа ла ҡуллана алһындар өсөн «БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын булдырҙылар.
– Беҙ тиҙ үҙгәреүсән донъяла йәшәйбеҙ, яһалма интеллект һәм башҡа технологиялар тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә лә үтеп инә, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. – Күптән түгел башҡорт телендә тәүге «Һомай» колонкаһының барлыҡҡа килеүенә шатланғайныҡ, ә хәҙер беренсе квалификациялы тәржемәсе менән таныштырабыҙ. Уны индереү өсөн беҙ республика Хөкүмәте ҡарарын үҙгәрттек. Хәҙер комиссия мәғлүмәт системаларының эшен квалификациялы тәржемәселәр сертификаттары менән координациялай.
Ул нисек эшләй?
Шулай итеп, магазин бланкыһын, мисәтен йәки атамаһын башҡорт теленә тәржемә итергә кәрәк булды, ти. Бының өсөн һеҙгә aispp.ru сайтын асып, шәхси кабинетҡа инергә һәм теркәлергә (теркәлеүҙе «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша үтергә мөмкин). Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары өсөн тәржемәләр бушлай башҡарыла, башҡа ҡулланыусылар өсөн хеҙмәт түләүле, уның хаҡы билдәләр һаны буйынса иҫәпләнә. Артабан заказсы тәржемә һәм сертификат ала.
– Сертификат тәржемәнең төп тексҡа тап килеүен һәм уны Рәсәй халыҡтары телдәре һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында закондарҙы тормошҡа ашырыу талаптарына ярашлы файҙаланыу хоҡуғын раҫлай, шулай уҡ тәржемәне БР Терминология хеҙмәте таный, – ти Айнур Хәйбуллин.
Кемдәр тәржемә итә?
Текстарҙы тәржемә итеү өсөн эксперттарҙы йәлеп итәләр, улар – тәжрибәле башҡорт теле уҡытыусылары, филологтар. Был белгестәр ике телдең дә грамматикаһы, лексикаһы һәм стилистикаһы өлкәһендә ныҡлы белемгә эйә. Бөтә кандидаттар ҙа ентекле һайлап алыу үтә.
Тағы нимә эшләйҙәр?
Хәҙер «БашТәржемә»не эшләүселәр «Башҡортостан Республикаһының географик атамаларының электрон реестрын» булдырыу бурысы өҫтөндә эшләй. Йәғни бында рус һәм башҡорт телдәрендә ҡалаларҙың, райондарҙың, урамдарҙың бөтә исемдәрен йыйыу һәм яңыртыу ҡаралған.
– Был «БашТәржемә» өсөн белешмә генә түгел, – тип аңлата Айнур Хәйбуллин. – Ул – башҡорт телендәге һанлы сервистар өсөн нигеҙ. Бындай система ярҙамында киләсәктә, мәҫәлән, башҡорт телендә геолокацияны, һауа торошон күҙаллауҙы, ғәҙәттән тыш хәл тураһында иҫкәртеүҙәр ебәреүҙе һәм башҡа хеҙмәттәрҙе үҫтерергә мөмкин буласаҡ.
АНЫҠЛАУ
«БашТәржемә»нең өҫтөнлөгө нимәлә
Ябайлыҡ
Программа һәр кемгә асыҡ. Системала эшләү минималь ваҡытты ала һәм аңлайышлы аҙымдарҙан тора.
Дөрөҫлөк
Белемле эксперттар дөрөҫ тәржемә итеүҙе тәьмин итә. Улар контексты, мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һәм тел үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, төп текстың мәғәнәһен мөмкин тиклем теүәл тапшыра.
Аңлайышлылыҡ
Эксперттар тексты тәржемә итеүҙән тыш, уны маҡсатлы аудиторияға яраҡлаштыра, мәҙәни айырмалыҡтарҙы һәм ҡабул итеү үҙенсәлектәрен иҫәпкә ала. Ҡайһы берҙә, мәҫәлән, һүҙҙәр менән уйнау башҡа мәҙәниәттә аңлайышһыҙ йәки урынһыҙ булыуы мөмкин.
Стилде һәм тонды һаҡлау
Тәржемә иткәндә эксперттар тап шул телдә ҡулланылған тейешле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр һайлай. Улар төп нөсхәнең атмосфераһын һәм кәйефен һаҡларға тырыша.
Етди корректура
Тәржемә тамамланғандан һуң эксперт тексты ентекле тикшерә, мөмкин булған хаталарҙы бөтөрә һәм тәржемә сифатын яҡшырта.
Яуаплылыҡ һәм гарантиялар
Һәр эксперт үҙ эшенең сифаты өсөн яуаплы, аныҡлыҡ һәм оригиналға тап килеү гарантияһын бирә. Сифат гарантиялары электрон һанлы ҡултамға ҡуйылған тәржемә сертификаты менән рәсмиләштерелә.
ЦИТАТА
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙең бурыс – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү.
Материалды «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне.