+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Июль 2025, 06:38

100-сө сабый исем ҡағыҙлы булды

Ғафури район ЗАГС-ында матур байрамдарҙың береһе - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә быйылғы йылдың 100-сө тыуыу тураһындағы яҙыу акты теркәлде.

100-сө сабый исем ҡағыҙлы булды100-сө сабый исем ҡағыҙлы булды
100-сө сабый исем ҡағыҙлы булды

Был бәхетлеләр - Әлфиә Нур ҡыҙы менән Азат Фәрит улы Солтанғоловтар ғаиләһендә 16 июндә өсөнсө улдары Ислам донъяға килгән. Ғаиләлә өлкән балалары Шамил менән Арсен үҫеп буй еткерә. Өсөнсө балалар тыуған ғаилә күп балалы ғаилә статусына эйә булыу мөмкинлеге бирә.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас