+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Июль 2025, 06:19

Ил мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡ

1 июлдә Красноусолда Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнде.

Ил мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡИл мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡ
Ил мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡ

Иҫтәлекле датаға арналған митингыға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, сараны алып барыусы Рәзилә Хәбибуллина уның асылын аңлатып үтте һәм һүҙҙе район хакимиәте башлығының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы, икенсе рангы капитаны Владимир Герасимовҡа бирҙе. Ул тантананы асыҡ тип иғлан итеүгә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары яңғырай һәм трибунаға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Д.З.Ғилметдинов сыға.
- Хөрмәтле хәрби хәрәкәттәр ветерандары, митингыла ҡатнашыусылар! Бөгөнгө байрам – ил һаҡлаусыларҙы хөрмәтләү өсөн тағы ла бер матур мөмкинлек ул. Илебеҙ Президенты В.Путин әйткәнсә, беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, алғы һыҙыҡта алышыусылар, яралыларҙы ҡотҡарыу өсөн үҙен аямаусылар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, улар беҙҙең киләсәк өмөтөбөҙ. Әле һеҙҙең яугирлыҡ хеҙмәтенән дә мөһим эш юҡ, бөгөн илебеҙҙең хәүефһеҙлеге, дәүләтселегебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәге тик һеҙҙән тора. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың респуб-лика кимәлендә хәрби эште юғары кимәлдә ойоштороуын бидәләп үтке килә, яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләре, яҡындары тулыһынса хәстәрлек менән солғап алынған.
Локаль бәрелештәр ветерандарына ҙур рәхмәт, улар үҫеп килеүсе йәш быуынды патриотик тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ эш алып баралар. Барығыҙға ла хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! - тине Динар Заһит улы.
Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А.Яппаров тәбрикләне.
- Барлыҡ хәрби бәрелештәр ветерандарын берләштереүсе сифат – намыҫ, ҡаһарманлыҡ. Афғанстан, Чечня һәм башҡа ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашыусыларға лайыҡлы алмаш килде, улар бөгөн көнбайышта үҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Беҙ иһә уларҙың ҡаһарманлығын хөрмәт итергә, һәләк булғандар иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға тейешбеҙ, - тине Азат Әхмәт улы һәм Рәсәй Геройы Ф.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандарының республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илфат Закировҡа, шулай уҡ Радик Иҙрисовҡа әүҙем тормош позицияһы, намыҫ һәм мәртәбәлелектең сағыу өлгөһө булғандары, йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләгәндәре өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Артабан сығыш яһаған район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова районыбыҙ йәштәрен эҙәрмәнлек эшмәкәрлегенә йәлеп иткән әүҙемселәр: “Граница” сик буйы ветерандары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ришат Шаймарҙановҡа, уҡытыусы Олег Николаевҡа, “Десант” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Василий Калачиговҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ф.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандарының республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров:
- Әле афғансы, чечнясы ветерандарыбыҙ менән бер сафта МХО биләмәһенән ҡайтҡан яугирҙарыбыҙ ҙа тора, уларҙы ихлас сәләмләйбеҙ, - тине үҙ сығышында. - Һуңғы йылдарҙа беҙ МХО ихтыяждарына ярҙам ойоштороуға күберәк иғтибар бирәбеҙ: гуманитар ярҙам илтәбеҙ, егеттәр менән барып аралашабыҙ, уларҙың үтенестәрен тыңлайбыҙ. Сөнки дәүләт кимәлендә барыһы ла эшләнеүгә ҡарамаҫтан, йәмәғәтселектең ярҙамынан, теләктәшлегенән башҡа мөмкин түгел. Ошондай теләктәшлек өлгөһөн районыбыҙ халҡы, ойошмалары ла күрһәтә. Шундай предприятиеларыбыҙ – “ГИП-Электро” ЯСЙ-е, “Башкирэнерго”ның Ишембай электр селтәре, улар алғы һыҙыҡҡа машиналар йүнәтеп оҙатышһынмы, башҡа төрлө техник ярҙам күрһәтһенме – рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Шулай уҡ район эске эштәр бүлегенең элекке хеҙмәткәре, үҙе лә МХО-ла булып, әйләнеп ҡайтҡан Салауат Шаһиев яугирҙарыбыҙға ҙур ярҙам күрһәтте. Гуманитар ылауҙар әҙерләүҙе артабан да туҡтатырға тейеш түгелбеҙ, - тине Илфат Рәхимйән улы һәм атап үткән предприятиеларға ойошманың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Һуңынан барыһы ла Геройҙар Аллеяһына һәм Батырҙар мемориалына сәскәләр һалды.
Сара хәрби хәрәкәттәр ветераны Марс Хәйруллин башҡарыуында аһәңле йыр менән тамамланды.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө – ҡулына ҡорал тотоп Рәсәйҙе, уның геосәйәси мәнфәғәттәрен яҡлаған һәм һаҡлаған кешеләрҙең байрамы. Үҙ тарихында илебеҙ күп кенә ҡораллы конфликттарҙа ҡатнаша. Уларҙың хаҡлығы, кәрәклеге хаҡында бәхәстәр тынмаһа ла, ил саҡырғанда һис икеләнеүһеҙ уны һаҡлаусылар сафына баҫыусы ир-егеттәребеҙҙең батырлығы, фиҙаҡәрлеге хөрмәткә лайыҡ һәм улар онотолорға тейеш түгел.

Ил мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡ
Ил мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡ
Ил мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡ
Ил мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡ
Ил мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡ
Ил мәнфәғәтен яҡлаусылар хөрмәткә лайыҡ
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас