+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Июль 2025, 04:05

Дуҫлыҡ байрамы булды

Быйыл VII “Табын-фест - 2025” төбәк-ара йәштәр фестивале Йәштәр көнө менән тап килеп, Дим буйы - Дәүләкән районы Башҡортостандың Табын ырыуҙары йәштәрен бер майҙанға тупланы. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы нигеҙендә ойошторолғайны.

Дуҫлыҡ байрамы булдыДуҫлыҡ байрамы булды
Дуҫлыҡ байрамы булды

Етенсе йыл рәттән уҙғарылған йыйында республиканың ете районы һәм Ырымбур өлкәһе йәштәре йыйылып, унда ҡатнашыусылар үҙҙәрен батырлыҡта һәм матурлыҡта, сослоҡта һәм сәсәнлектә, йыр-моң менән бейеүҙә һынап ҡараны.
“Табын-фест” күп йылдар дауамында хәҙерге заман һәм тарих үрелеп барған, табын ырыуы вәкилдәренең таланттарын асыу һәм Башҡортостандың йәш сәсәндәрен халыҡҡа сығарыу өсөн мөмкинлектәр майҙансығы булып хеҙмәт итә. Төп ваҡиғалар Дәүләкән үҙәк паркында барып, унда Ауырғазы, Архангел, Ғафури, Тәтешле, Дәүләкән, Әбйәлил һәм Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре бергәләп күңел асты, төрлө ярыштарҙа, бер-береһе менән танышып, дуҫлашты һәм делегациялар халыҡ кәсебе, шәжәрәләр күргәҙмәһендә, "Табын һылыуы", "Табын батыры" конкурстарында һәм концерт өлөшөндә ҡатнаштылар.
Башта фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Дәүләкән район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов сәләмләп, фестивалдең йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, экологик мәҙәниәт, тәбиғәт өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләү йәһәтенән мөһимлеге һәм йәштәрҙең ижади әүҙемлегенә булышлыҡ итеүе хаҡындағы сығышын тыңланылар. Ике көнгә планлаштырылған сараның беренсе көнөндә командалар “Бәйге” ярышында, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Зөләрәм Снигирева-Тугашеваның яҡты иҫтәлегенә һәм “Урал батыр” эпосын яҙып алыуҙың 115 йыллығына арналған IV Йәш сәсәндәр кисәһендә майҙан тотто. “Бәйге”, сәсәндәр ярышында беҙҙең район командаһы еңеүсе тип танылды. “Табын-фест”та Ғафури районының көслө вәкилдәре күп бәйге чемпиондары булды, айырым ҡатнашыусылар: Данир Мәсәлимов батырҙар араһында - икенсе урын, Илшат Хәбибуллин уҡсылар ярышында - көмөш миҙал, Илгиз Сабиров мас-рестлингта еңеүсе булыу һәм гер күтәреүҙә икенсе урын алыуға өлгәшкән. Шулай уҡ улар дөйөм команда иҫәбенә бик күп мәрәй керетеп, ғафуриҙар лайыҡлы икенсе урынды алыуға өлгәшкәндәр.
Аҙаҡтан “Табын-фест” штандарты тантаналы рәүештә Архангел районына тапшырылып, 2026 йылда киләһе фестиваль унда үтәсәк.
"Табын-фест" ул байрам ғына түгел, ә быуындарҙың тере бәйләнеше икәнлеген тағы ла иҫбатлап, йыйында ҡатнашыусыларға дәрт, рух өҫтәне, был ысын дуҫлыҡ байрамына әүерелде.

Дуҫлыҡ байрамы булды
Дуҫлыҡ байрамы булды
Дуҫлыҡ байрамы булды
Дуҫлыҡ байрамы булды
Дуҫлыҡ байрамы булды
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас