

Ауыл хужалығында килем килтерерлек төрлө йүнәлештәр бар. Шуларҙың береһе – баҡсасылыҡ - еләкселек шөғөлө. Районыбыҙҙа бик таралмаған, шул уҡ ваҡытта еңелдән булмаған һәм үҙенсәлекле еләк үҫтереү шөғөлөн үҙ итеүселәр һаны арта бара. Үтәк ауыл биләмәһенә ҡараған Иҡтисад ауылы янында Роман Чазов үҙ эшен асып, еләк бизнесы менән шөғөлләнә. 40 гектар ер майҙаны үҙенең шәхси милкендә. Шәхси эшҡыуар баҡса еләген үҫтереү серҙәре менән танышып, башҡа тарафтарҙағы еләк-емеш үҫтереүселәрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, үҙен еләкселектә һынап ҡарарға уйлай. 2020 йылдан еләкселек менән мәшғүл булған Роман Андреевич хәҙер был өлкәлә байтаҡ тәжрибәгә эйә. Баҡса еләктәре үҫентеләренең “Азия”, “Флоренс” һәм ремонтант сортлыларын туранан-тура Европа илдәренән һатып алып, шулай уҡ урындағы “Зәйтүнә апайҙың сере” тигән уникаль сортлыһын ултыртҡандар. Хәҙер иһә Иҡтисад ауылы янындағы еләк плантацияһында төрлө сортлы баҡса еләгенән мул уңыш йыйып алалар.
Роман Андреевичтың эшендә энеһе Артур – уң ҡулы, бергә эшләйҙәр һәм туғандары ҙур ярҙамсылары. Уларҙан тыш йәш үҫентеләрҙе ултыртыуҙа, уларҙы тәрбиәләүҙә, еләк йыйыуҙа 10 кеше эшләй. Уларға эш хаҡы түләнә. Үҙҙәре йыйып өлгөрә алмағанда, билдәле хаҡ ҡуйып, йыйып алыу иғлан итәләр, тирә-яҡ ауылдарҙан, ҡалаларҙан килеп йыялар. Теләһә ҡайҙан килтерелгән, теләһә ниндәй шарттарҙа үҫтерелгән түгел, ә үҙ ерлегебеҙҙә, асыҡ, саф һауала үҫкән, экологик йәһәттән таҙа еләк емештәрен һатып алырға теләүселәр, йәғни күптән үҙ клиенттары ла барлыҡҡа килгән, ҡалаларға алып барып та сауҙаға сығаралар. Хәйриәселек менән дә шөғөлләнә эшҡыуар. Еләклектә үҫкән тәмле, хуш еҫле еләктәр менән Петровский балалар йортонда һәм Табын балалар приютында тәрбиәләнеүсе балаларҙы ла һыйлап һөйөндөрә Роман Андреевич.
Ҙур майҙанда үҙ шөғөлөн артабан да үҫтереү йәһәтенән шәхси эшҡыуар Роман Чазов район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашып, баҡсасылыҡты үҫтереү буйынса проектын тәҡдим итә. Уға яңы эш башлаған фермер-крәҫтиән хужалыҡтарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Агростартап” республика гранттар конкурсында ҡатнашырға тәҡдим ителә. Ниһайәт, күптән түгел конкурс һөҙөмтәләре буйынса йәш йүнсел Р.Чазов конкурста еңеү яулай. 2,4 миллион һум күләмендәге грант отоуға ирешеп, был дәүләт ярҙамына ул трактор һәм еләктәрҙе эшкәртеү ҡоролмаһы һатып алырға планлаштыра.
Роман менән Артур Чазовтарға килем сығанағы булған шөғөлдәрендә дәрт-дарман, уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Агростартап” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул ауыл ерендә яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙамға һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы ауыл хужалығына йәлеп итеүгә һәм уларҙы артабан үҫтереү маҡсатына йүнәлтелгән. 2025 йылда республикала “Агростартап” буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 175 миллион һум тәшкил итә, был уҙған йылғы күрһәткестән 17 процентҡа күберәк.