+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
10 Июль 2025, 06:25

Ныҡлы ғаилә - ил терәге

8 июлдә Красноусолда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнеп, ошо уңайҙан район мәҙәниәт һарайы фойеһында матур байрам сараһы үтте. Унда тормош юлын 60, 50, 45, 40, 25 йыл иңгә-иң терәп үткән 10 ғаилә, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған бер ғаилә хөрмәтләнде.

Ныҡлы ғаилә - ил терәгеНыҡлы ғаилә - ил терәге
Ныҡлы ғаилә - ил терәге

“Ғаилә ул – мөхәббәт, шатлыҡ, изгелек һәм мәрхәмәтлек, бер-береңде аңлау һәм ышаныс, балалар, ә барыһы бергә – бәхет”, - тигән матур һүҙҙәр менән башланы был сараны алып барыусылар Рәзилә Хәбибуллина менән Фәрүәз Урманшин ғаилә парҙарын тәбрикләп.
Был байрам тантанаһында гәүһәр туйҙарын билдәләгән районыбыҙҙың күркәм ғаилә парҙары – Красноусолдан Маһинур Сөләймән ҡыҙы менән Хәсән Имаммөхәмәт улы Ишмөхәмәтовтар, алтын туйҙарын байрам итеүсе – Красноусолдан Нәрисә Тимерғәле ҡыҙы менән Миниәхмәт Сәлимйән улы Сатлыҡовтар, Сания Миниғәле ҡыҙы менән Рәшит Әлтәф улы Ниғмәтйәновтар, Дарьино ауылынан Нина Васильевна менән Евгений Васильевич Евстафьевтар, Уҫман ауылынан Рәйлә Әүхәҙи ҡыҙы менән Хаммат Мөхәмәт улы Суфияновтар, 45 йыл бергә йәшәүсе – Красноусолдан Миңлегөл Минибай ҡыҙы менән Роберт Минислам улы Ямалиевтар, Надежда Валентиновна менән Александр Николаевич Шилиндар, 40 йыл – ҡыҙыл яҡут туйҙарын билдәләүсе – Красноусолдан Ирина Юрьевна менән Олег Витальевич Егоровтар, Рима Сәхиулла ҡыҙы менән Миңлеғариф Миңлеғәле улы Зәйнуллиндар, 25 йыл бергә ғүмер кисереүсе Сәйетбаба ауылынан Гәүһәр Хөрмәтулла ҡыҙы менән Илһам Хәннән улы Байбулдиндарҙың урыны түрҙә булды.
Оҙаҡ йылдар бергә матур ғүмер итеүсе ғаилә парҙарын тәбрикләү тураһында Республика Президентының 2003 йылдағы Указы нигеҙендә Ҡотлау һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу, шулай уҡ бер ғаиләне Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тип аталған үҙенсәлекле миҙал менән бүләкләү йолаһы йәшәп килә. Тантаналы сараға саҡырылыусы күркәм ғаилә парҙарын район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азат Яппаров байрам менән ҡотлап үтте һәм БР Башлығы бүләктәрен, миҙал тапшырҙы.
Юбилярҙар араһында Красноусол ауылынан оҙаҡ йылдар иңдәрен-иңгә терәп, матур ғүмер кисереүсе Сергей Иванович һәм Любовь Николаевна Драгуновскийҙар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булды.
Йылдан-йыл күп балалы ғаиләләр һаны арта. Байрам сараһында Үзбәк ауылынан биш бала әсәһе Земфира Сәфәрғәлинаға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылыуы ла ҙур ҡыуаныс булды.
Рухи татыулыҡ, барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә үтергә әҙер ғаилә – тормошта ныҡлы терәк. Сал ҡартлыҡ зирәклеге һәм йәшлек дәрте, бер-береңә булған ышаныс һәм яҡындарыңа ярҙам итеү теләге, тыуған йорт йылыһы – быларҙың барыһы ла ғаиләлә сағыла. Районыбыҙҙа ошондай ныҡлы һәм татыу ғаиләләрҙең күп булыуы һоҡландыра. Алда һанап үткән үҙҙәренең гәүһәр, алтын, ҡыҙыл яҡут һәм башҡа туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙары Азат Әхмәт улы ҡулынан бүләктәр, аҡсәскә гөлләмәләре алып ҡыуанды.
Район ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Риф ҡыҙы Сәйфуллина ла был һоҡланғыс ғаилә парҙарын ҡотлап: “Йыл һайын ошо көндә ғаилә юбилярҙарына күңел түренән сыҡҡан ихлас теләктәребеҙҙе еткереп ҡотлайбыҙ һәм шундай матур парҙарға ҡарап һоҡланабыҙ. Һәр ғаиләгә һөйөү һәм үҙ-ара аңлашыу теләйем. Өйҙәрегеҙҙә һәр ваҡыт йылылыҡ, хәстәрлек һәм ихтирам хакимлыҡ итһен. Бәхетле булығыҙ һәм бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!” – тине.
Ғаилә юбилярҙарына Мгер Аванесян, Анжела Рәхмәтуллина, Фәрүәз Урманшин, Рәзилә Хәбибуллинаның моңло йырҙары, “Хазина” төркөмө сығышы, Сергей Князевтың саксофонда уйнауы матур бүләк булды.
Ғаилә – ил тотҡаһы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ошондай ныҡлы, татыу, өлгөлө ғаиләләр күберәк булһын, тигән теләктә ҡалды байрам сараһында ҡатнашыусылар.
Һуңынан ғаилә парҙары йәшлектәрен иҫкә алып, вальста әйләнде, бейеп тә алдылар. Күркәм парҙарҙы балалары, яҡындары ла ҡотлап, сәскә гөлләмәләренә күмде. Сағыу биҙәлгән фотозонала ғаиләләре менән күтәренке кәйефтә иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.

Ныҡлы ғаилә - ил терәге
Ныҡлы ғаилә - ил терәге
Ныҡлы ғаилә - ил терәге
Ныҡлы ғаилә - ил терәге
Ныҡлы ғаилә - ил терәге
Ныҡлы ғаилә - ил терәге
Ныҡлы ғаилә - ил терәге
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас