

Сейәнән желе
1 кг һөйәгенән таҙартылған сейә, 0,7 кг шәкәр, 2 аш ҡалағы желатин кәрәк.
Шәкәр менән желатинды бергә бутап, һөйәге таҙартылған сейәгә һалырға. Һуты сыҡҡансы ултырып торһон. Һуңынан талғын утта 5-6 минут ҡайнатырға, стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.
Сейәнән тәмле ҡайнатма
1 стакан ҡайнап торған һыуға 11 стакан сейәне яйлап ҡына төшөрөргә. Ҡайнап сыҡҡас йәнә 10 минут утта тоторға. Унан һуң 7 стакан шәкәр ҡомо һалып, 10 минут талғын утта ҡайнатырға ла, һүндергәс йәнә 7 стакан шәкәр һалып, иреп бөткәнсе болғатырға кәрәк.
Ҡайнатма һыуынғас, йәнә утҡа ҡуйып ҡайнатып сығарырға һәм ҡайнар килеш банкаларға тултырырға.
Бик тәмле һәм ҡуйы ҡайнатма килеп сыға.