

Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, тап ошо көндә - 1 июлдә ағинәйҙең тыуған көнө булып, 97 йәшен тултырыусы инәйҙе килендәштәре Мәрүәр, Гөлмира Сабитова апайҙар ҙа ҡотларға килгән. Уларҙы сәй табынында йәмле итеп һөйләшеп ултырған ваҡытта тап иттек. Олоғайған көнөндә лә яҡты сырайын, йор һүҙлелеген һаҡлап ҡала алған Асия әбейебеҙ үҙенең эштән айырылмаған ҡулдары менән арҡанан һөйөп алғас, шундай ябайлыҡ, ихласлыҡ, эскерһеҙлектән күңелгә рәхәтлек йүгерҙе.
- Минең тыуған көндө белеп керҙегеҙме ул, ҡайһылай һәйбәт булды, - тип ихлас ҡаршыланы Асия әбейебеҙ.
Эйе, был кескенә йорт мыжғыған умарта күсен хәтерләтә ине был көндө. Шул мәлдә Зинфира ҡыҙының Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе улы Илнур ҙа телефон аша ҡотлап, хәл белеп алды. Хөрмәт, ихтирамды бер ниндәй аҡсаға ла һатып алып булмай, тигәндәре раҫ, Асия әбейҙе барыһы ла яратып, хөрмәт иткәндәре күренеп тора.
Балалыҡ йылдары, үҫмер саҡтары һуғыш һәм унан һуңғы илде күтәреү кеүек ауыр осорға тура килеп, яҙмыш ниндәй һынауҙар ҡуйһа ла, бөгөлөп төшмәй, алға ҡарап бара белгән һуғыш йылы балаларының йәшәйеше, ысын кеше булып ҡала белеүҙәре һоҡланырлыҡ. Асия Сәғәҙәт ҡыҙын олатаһы тәрбиәләгән. Уға өс айлыҡ ҡына ваҡытта инәһен кейәүгә биреп ебәргәндәр, ә сабый олатаһы ҡулында ҡала. Бәләкәй генә өйҙә олатаһы, биш балаһы менән Гөлбикә апаһы, Йәмилә әбеһе бергә йәшәйҙәр. Аслыҡ-яланғаслыҡ та ҡыҙға уҡырға форсат бирмәгәндер инде, 1-се класты бөткәнсе мәктәпкә йөрөй ҙә, башҡаса уҡымай. Ҡурсаҡ уйнап ултырырлыҡ йәштә әҙәм көсө етмәҫтәй ауырлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә күтәреп, 7 йәштән колхозға эшкә сыға.
- Игенде утайбыҙ, ураҡ менән урабыҙ, сыбағас менән һуға инек, төнө буйы иген елгәртеп оҙатабыҙ. Иген өйөмө өҫтөндә йоҡлап киткән саҡтар ҙа булды, бала ғынабыҙ бит инде. Ураҡ урғанда башҡаларҙың яғына барып сыҡһам, алда барғанға аптырай торғайнылар. Быҙау ҙа ҡараным. Элек эш күп ине. Ошо иген һуғып, утын әҙерләп йөрөгән ҡулдар инде, - ти Асия әбей эшсән ҡулдарын күрһәтеп.
Һәр саҡ яҡшыға, матурлыҡҡа ынтылып йәшәгән Асия Сәғәҙәт ҡыҙын Биштарҙа урман ҡырҡыуҙа эшләгәндә, Имәнлек ауылынан Рәйес тигән егет менән таныштырып, кейәүгә бирәләр. Маңлайға яҙылған күрәсәкте һыпырып ҡына ташлап булмай икән шул, кейәүҙә рәхәтләнеп йәшәй алмай, дөрөҫөн әйткәндә, ир бәхете күрмәй ул. Ике ҡыҙы тыуғас, әсәһенә ҡайтырға мәжбүр була. Ҡайныһы оло ҡыҙын бирмәй алып ҡала, һуңынан бәләкәй ҡыҙын да тартып ала. Балаларын ауырыуға һабыштырғас, башта бәләкәйен сельсовет алдына ҡалдырып китәләр, һуңынан олоһон да кире бирәләр. 1964 йылда мәктәпкә йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша Асия әбей. Ул ваҡытта эш еңелдән булмай. Мәктәпте таҙа тотоуҙан тыш, Мәндем йылғаһынан көйәнтәләп һыу ташып, үҙҙәре утын бысып, ярып, мәктәпте йылыталар. Ошо ваҡыттарҙы һөйләгәндә: “Утынды ярырға рәтен, яйын, юлын белергә кәрәк. Ботаҡ ҡаршыһына түмәр ярылмай”, - тип утын ярыу серҙәре менән дә бүлешеп алды. Һуңынан мәктәпкә яҡын торған Сәрүәрә менән Мансур Сираевтар ҡойо ҡаҙҙырғас, уларҙан һыу ала башлайҙар. 22 йыл мәктәптә эшләп хаҡлы ялға туҡтай. Ул ваҡыттағы мәктәп директоры Венир Үтәгәнов тырыш хеҙмәткәрҙе ебәргеһе килмәһә лә, үҙенә “етәр” тигән талап ҡуйған эшсе, йәйен ағартып, йыйыштырып ҡалдыра үҙенең күңел биреп башҡарған эшен. Уны уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа яратып, үҙ итә. Әле лә ул бар кешене тиң күреп, һәр кем менән һөйләшергә уртаҡ тел таба. Тормошто яратыусан, асыҡ күңелле Асия Сәғәҙәт ҡыҙы туғыҙлы салғы менән ҡолас ташлап бесәнен дә сапҡан, эште бүлеп, айырып тормаған ул, барыһын да башҡарған. Һуғыш балаһы булараҡ Еңеү миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары йәшәлгән йылдарына, хеҙмәтенә ҙур баһа икәнлеген күрһәтеп тора.
- Баҫыуҙа ураҡ та урған, үҙе һымаҡ ныҡ, ҙур итеп көлтә лә бәйләгән. Уның күргән, кисергәндәре тураһында китап яҙырлыҡ, бер китапҡа ла һыймаҫ әле ул. Нимә ултырта, барыһы ла гөжләп үҫә. Үҙе ҡаҙа, утай, ҡортон сүпләй. Элек һарыҡ аҫрағанда ефәк кенә итеп йөн иләп, бәйләме ҡулынан төшмәне. Ҡыш көнө үҙе ҡарын көрәй, ишек алдарын таҙарта. Йөҙ йәшкә өс аҙым ғына ҡалған инде, - ти Мәрүәр Сабитова апай уның тураһында.
Бөгөн дә, күркәм йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ағинәйҙең урам тирәһе, йорто балҡып ултыра. Бәләкәй баҡсаһында бәрәңгеләре, сәскәләре күҙҙең яуын ала. Ниндәйҙер йылылыҡ, нур бөркөлә был йорттан. Стенаға эленгән фотолар ҙа тарихты һөйләп торғандай. Архангел районында йәшәүсе Сәғирә ҡыҙы ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә килеп торалар. Тик Зинфира ҡыҙы ғына бынан биш йыл элек мәрхүмә булған. Күрше-тирәләре, ауылдаштары ла хәлен белеп тора, күпселек социаль хеҙмәткәр Айһылыу Баязитова ҡарап, килеп йөрөй. Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда ла ауыл ағинәйен сәскәләр тотоп, ҡотларға килеүселәргә тап булдыҡ.
“Донъялар арыу булһын, ашаған һайын йәшәү бара инде ул. Ә хәрәкәтте эш еткерә”, - ти оҙон ғүмер кисереүсе ағинәй.
Йөҙйәшәр ағастай тамырҙарын үҙе тыуған ергә тәрәнгә ебәргән Асия Сәғәҙәт ҡыҙының алдағы тормошоноң тыныс, бәхетле мәлдәргә бай булыуын теләйбеҙ. Балалары, яҡындары эргәһендә сәләмәтлектә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, тағы ла оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.