+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
11 Июль 2025, 05:00

Улым васыятын үтәнем

Красноусолда йәшәүсе шәхси эшҡыуар Гүзәл Ниязғол ҡыҙы Савельева - баҙар янындағы “Куриный дворик” магазины хужабикәһе. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китеп, батырҙарса һәләк булған улы Влад иҫтәлегенә ағымдағы йылдың февралендә асырға йөрьәт иткән ул был сауҙа нөктәһен.

Улым васыятын үтәнемУлым васыятын үтәнем
Улым васыятын үтәнем

- Улым Влад ҡыҙҙырылған тауыҡ (тауыҡ-гриль) ярата ине. МХО-ла сағында минең турала ныҡ ҡайғыртты, үҙ эшемде, йәғни ҡыҙҙырылған тауыҡ менән сауҙа итеү урынын асыуымды үтенде, ҡайтҡас һәр яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе, үҙенең дә ошо бизнес менән шөғөлләнергә ниәте бар ине. Баланың һүҙен йығып буламы ни? Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе һәләк булды. Улымды юғалтҡас, барыһы ла селпәрәмә килгәндәй булды, бер аҙ төшөнкөлөккә бирелеп, ҡулға эш бармай йөрөлдө. Әкренләп улым хаҡына үҙемде ҡулға алып, көс табып, ҡуртымға алынған магазин бинаһына косметик ремонт яһаным да Владтың ниәтен тормошҡа ашырҙым: кәрәкле ҡорамалдар һатып алып, гриль ғына түгел, аҙыҡ-түлек менән сауҙа итә башланым. Йәй етеп, еләк-емеш, йәшелсәләр күпләп өлгөрә башлауға сауҙа нөктәһенә беркетеп эшләнгән асыҡ һауалағы киоскыны асып, халыҡты төрлө емештәр менән дә тәьмин итәм.
Эшендә Гүзәлгә әсәһе Рәшиҙә Рәшит ҡыҙы Таирова һәр яҡлап ярҙам итә, оло ярҙамсыһы. Ҡыҙының эше күп булғанда, уны алыштырып, һатып алыусыларҙы хеҙмәтләндерә. Магазин кәштәләре төрлө аҙыҡ-түлектән һығылып тора, тауар ассортименты бик бай, һәр ваҡыт яңы була. Тауарҙарҙы аҙнаға ике тапҡыр хужабикә етештереүселәрҙән һәм ҡаланан үҙе барып алып, яңыртып тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: иҫерткес эсемлектәр һәм тәмәке изделиелары бөтөнләй һатыуҙа юҡ. Гриль әҙерләү ҡоролмаһы урынлаштырып, унда хәләл тауыҡтарҙан ҡыҙҙырылған ит бик тәмле килеп сыға. Көндәлек һигеҙ тауыҡ-гриль әҙерләнеп, сауҙаға сығарыла. Хәҙер үҙ клиенттары барлыҡҡа килгән. Салауат ҡалаһында магазин директоры – товаровед булып эшләгән апаһы Гөлназ Ниязғол ҡыҙы Шәрипова ла һеңлеһе Гүзәлдең башланғысын хуплап, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашып, ярҙам ҡулы һуҙған. Тауарҙар менән тәьмин итеүселәрҙе (поставщик) табышыуҙа ярҙамы ҙур.
Гүзәл Ниязғол ҡыҙы шәхси эшҡыуарлыҡта 2005 йылдан алып эшләй, баҙарҙа үҙ нөктәһен асып, эшен ҡатын-ҡыҙҙар өҫ кейемдәре менән сауҙанан башлай. 2011 йылға тиклем эшләй. Балалары менән декрет ялында булғанда эшмәкәрлеген туҡтатып тора. Гүзәл Савельева – тамырҙары менән Ташлы ауылынан. Ата-әсәһе менән район үҙәгенә күсеп килеп, ошонда төпләнгән. Юрий Петрович менән ғаилә ҡороп, дүрт балаға атай-әсәй булғандар. Иң өлкәне Влад 1-се мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы колледжда сварщик һөнәренә эйә була. 2024 йылдың 26 сентябрендә 19 ғына йәшендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, МХО-ға юллана һәм алғы һыҙыҡта танк батальонында штурмлаусы булып нацистарға ҡаршы алыша. “Дуҫтарымдың барыһы ла МХО-ла, ә мин бында, мин унда булырға тейеш. Һеҙҙе, туғандарымды, тыуған еремде мин һаҡламаһам, кем һаҡлар”, - тип Ватан алдындағы бурысын үтәргә йүнәлә илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән егет. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китеүенә өс ай үткәс, яу яланында һәләк була. Ғаиләлә икенсе бала – Виолетта 1-се мәктәптең 7-се класын тамамлаған. Кеселәре – 6 йәшлек Вадим менән 5 йәшлек Виктория “Әкиәт” балалар баҡсаһына йөрөй. “Быйыл майҙа Владыбыҙҙың 20 йәшен билдәләр инек, ниңә был һуғыш шулай аяуһыҙ икән, йәшәй ҙә башламаған һөлөк кеүек улыбыҙҙы һәләк итте”, - ти Гүзәл күҙ йәштәренә төрөнөп. Илһөйәр, ысын герой тәрбиәләп үҫтергән оло йөрәкле Савельевтар.
Районда әленән-әле МХО-ға гуманитар ылауҙар оҙатылып тора. Шәхси эшҡыуар Гүзәл Савельева яҡташ яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөшөн индерә.
-Улым МХО-ла булғанда һәр ваҡыт посылкалар ебәреп торҙом. Әле лә ярҙамдан ситтә ҡалмайым. МХО геройҙары ғаиләләре менән берлектә Ғафури танкистарына тип атап аҡса йыйып, һуғышта кәрәкле ҡорамалдар һатып алып оҙатабыҙ, - ти Гүзәл Ниязғол ҡыҙы.
Тыуған иле һәм яҡты киләсәк өсөн яу яланында башын һалған Владҡа бағышлап башлаған эшегеҙ уң булһын, һәр ваҡыт алға барһын!

Улым васыятын үтәнем
Улым васыятын үтәнем
Улым васыятын үтәнем
Улым васыятын үтәнем
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас