+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
11 Июль 2025, 12:45

Яңы китаптың исем туйы үтте

Бөгөн Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикәнең яңы китабының исем туйы булды. “Зимняя радуга” “Ҡышҡы йәйғор” бәйгеһендәге ике йыл үткәрелгән “Тәржемә” номинацияһында ҡатнашыусылар ижадынан сығарылған.

Яңы китаптың исем туйы үттеЯңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
  • Бәйгелә ҡатнашыусылар “Тәржемә” номинацияһында минең шиғырҙарымды рус теленә әйләндергәйнеләр. Тәржемәселәрҙең хеҙмәтен иғтибарһыҙ ҡалдыраһым килмәне, китап иттем һәм үҙҙәренең ҡулдарына тапшырыу ниәте менән исем туйын да үткәрергә булдыҡ. “Зимняя радуга” китабы рус телендә сығарылған тәүге китабым булһа, минең сығарған 19-сы китабым ул. Ә “Ҡышҡы йәйғор” серияһында 4-се китап инде. Тәржемәселәргә рәхмәт, - тип һөйләп үтте был кисәлә Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы.

“Зимняя радуга”ның исем туйы йәнле мөнәсәбәттә үтте. Бында ҡатнашыусылар сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикәнең шиғырҙарын һөйләне, изге теләктәрен, шатлыҡтарын еткерҙе.

Яңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
Яңы китаптың исем туйы үтте
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас