+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
12 Июль 2025, 04:00

Урмандарҙа янғынға ҡаршы юлдар яңыртыла

БР Урман хужалығы министрлығы һәм Ғафури урмансылығы бүлеге тарафынан Красноусол – Толпар трассаһынан Ерек-ле ауылына тиклем юл йүнәтеү эштәре алып барыла: 9 километр оҙонлоҡтағы был юлдың өҫлөгө тигеҙләп сығыла, юл ситләп баҫып үҫкән ағастар киҫелә, юлдан ситкә төшөү урындары эшләнә. Был юл урман янғындарын һүндереү техникаһы йөрөһөн өсөн кәрәк.

Урмандарҙа янғынға ҡаршы юлдар яңыртылаУрмандарҙа янғынға ҡаршы юлдар яңыртыла
Урмандарҙа янғынға ҡаршы юлдар яңыртыла

Төпкөлдә ятҡан Ерекле ауылына тиклем һис юғы урман юлының булыуы унда йәшәүселәр өсөн утын-бесән әҙерләгәндә, умарталарын күсергәндә, шулай уҡ туристарға ла бик мөһим. Ә ғәҙәттән тыш хәлдәр, шул иҫәптән урмандарҙа янғын сыға ҡалһа, тиҙ үк барып етергә мөмкинлек бирәсәк.
Быйыл Ҡурғашлы ауылынан Белорет районының Хәйбулла (Һаралы) ауылына тиклемге урман юлын да яңыртырға планлаштырыла.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас