

Почтальондарға ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу һәм уны таратыу, хат, посылка, бандеролдәрҙе адресатҡа еткереү, кәрәкле тауарҙар тәҡдим итеү, ҡайһы берҙәренә пенсияларын килтереү кеүек ҡәҙимге байтаҡ бурыстар йөкмәтелгән. Мәҙинә Сәлих ҡыҙы ла үҙенә еткерелгән бурысты һәр ваҡыт үтәп, тырыш, өлгөр булыуы менән айырылып тора.
Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Толпар ауылында 11 балалы күмәк ғаиләлә етенсеһе булып тыуып-үҫкән ҡыҙ, ауылында 11-се класты тамамлағас, Красноусолда ашнаҡсы-кондитер һөнәре ала. Артабан яҙмыш уны Ибраһим ауылы менән бәйләп, ошо ауылға килен булып төшә. Ғаиләһендә үҙгәрештәр ҙә була, тәүге тормош иптәше менән айырылышҡас, Ишембай районыныҡы булған Хисмәт Хөрмәт улы менән яҙмышын бәйләй. Хәҙер ошо ауылда йәшәүенә лә 30 йыл булып киткән. Нимәгә тотонһа, ҡулы бар эште белгән гүзәл зат ата-әсәһе ярҙамы менән һалып сыҡҡан йорттарын гөл-сәскәгә күмеп, емеш-еләк үҫтереп, ҡош-ҡорт, умарта тотоп, мал аҫрап, барыһына ла өлгөрөргә тырыша.
- Оло һәм Бәләкәй Ибраһим, Еҙем-Ҡаран ауылдарын хеҙмәтләндерәм. Эшем оҡшай, ҡушылған планды үтәп барам. Подписка планын да арттырып үтәйем. Гәзит-журналдарға яҙҙырыу буйынса 80 дананан төшмәйем. Кеше өйрәнеп бөткән, көтөп тора. Таныш апайҙар ҡайһы саҡта үҙ урамдарына гәзит таратышырға ярҙам да итешәләр. Почта машинаһынан - Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Рәхимованан алып ҡалам да, көнөндә үк таратып сығам. Сәғәт 3-4-кә эшем дә бөтә. Йәйгелектә велосипедта, ҡышын “мотособака”ла йөрөйөм. Ҡаргиҙәрҙең бер төрө инде, уңайлы. Тырышмаһаң булмай инде, - тип һөйләп үтте үҙҙәренең һөнәри байрамы алдынан Мәҙинә Садиҡова.
Үҙ эшен намыҫлы башҡарған почтальон эшенән тыш, һәр саҡ еләк-емешен, йәшелсәһен, ҡош-ҡортон үҫтереп, уларҙы эш итеп, һатып, ғаилә бюджетын тулыландыра. Бәләкәйҙән бал ҡорттарын ҡарап өйрәнгән ҡатын, әле лә умарта тотоп, уларҙы ла ҡарарға өлгөрә. Улдары Инсаф Себер тарафтарында эшләп йөрөһә, ҡыҙҙары Әлфинур шәфҡәт туташы һөнәре алып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ковид үҙәгендә эшләй һәм кейәүҙәре менән әле яңы алған фатирҙарында йәшәй. Балаларының да тырышып эшләп йөрөүҙәренә һөйөнөп бөтә алмай әсә кеше. 84 йәшлек әсәһе Вазифа Ғүмәр ҡыҙын да ҡайһы саҡта үҙенә килтереп, ярҙамынан ташламай.
Кәрәкле хеҙмәте менән ауыл халҡын шатландырған, үҙ эшен ҡәнәғәтлек менән башҡарған Мәҙинә Сәлих ҡыҙына алда ла күңел һалып, унан йәм табып, ҡыуаныс алып, һаулыҡта, бәрәкәттә, уңыштарға өлгәшеп эшләүен теләп ҡалабыҙ.