+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
15 Июль 2025, 09:55

ЙӨҘЙӘШӘР ИНӘЙҘЕ ҠОТЛАНЫҠ

Красноусол ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Сәғиҙә Вилдан ҡыҙы СУФИЯНОВА бөгөн 100 йәшен билдәләне.

ЙӨҘЙӘШӘР ИНӘЙҘЕ ҠОТЛАНЫҠЙӨҘЙӘШӘР ИНӘЙҘЕ ҠОТЛАНЫҠ
ЙӨҘЙӘШӘР ИНӘЙҘЕ ҠОТЛАНЫҠ

Ошо уңайҙан  район ветерандар  советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәре Хәлимә Батыршина, район гәзиттәре журналистары Тәлиға Фәйзуллина менән Мәрхәбә Собханғолова  Сәғиҙә Вилдан ҡыҙын ҡотларға барҙы. Эльвира Әнүәр ҡыҙы юбилярға Рәсәй Президенты  В.В. Путин һәм Башҡортостан Башлығы Р.Ф. Хәбировтың Ҡотлауын тапшырҙы. Хәлимә Риза ҡыҙы менән Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы ла  Сәғиҙә инәйгә  йылы теләктәрен еткерҙе.

Юбилярҙы ҡотлаусылар күп булды был көндө. Районыбыҙҙың төрлө мөйөшөндә йәшәгән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, Мәләүез ҡалаһынан, Красноусолда йәшәгән туғандары ла килеп еткәйне. Инәйҙең ҡыҙҙары ҡунаҡтарҙы һый тулы табын менән ҡаршыланы,  ейәне Денистың кәләше Алина  бешергән юбилей торты менән тәмләп сәй эстек. Сәғиҙә инәй  илебеҙ именлеге, тыныслығын теләп доғалар уҡып, ҡунаҡтар менән ихлас аралашып, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

(Йөҙйәшәр инәй тураһында тулыраҡ итеп гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.)

М. Собханғолова.

ЙӨҘЙӘШӘР ИНӘЙҘЕ ҠОТЛАНЫҠ
ЙӨҘЙӘШӘР ИНӘЙҘЕ ҠОТЛАНЫҠ
ЙӨҘЙӘШӘР ИНӘЙҘЕ ҠОТЛАНЫҠ
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас